Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Апрель 2018, 18:45

Асҡындар Өфө филармонияһында сығыш яһай

Бөгөн Өфө ҡалаһының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!" фестиваль-марафон сиктәрендә Асҡын районы сығыш яһай.

Байрамдың тантаналы өлөшө башланғансы тамашаға килеүсе яҡташтарыбыҙға һәм башҡа ҡунаҡтарға муниципалитеттың мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһенең тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған һәм киләсәген күҙаллаған бай йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим ителде.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Урмияҙ ағинәйҙәре менән бергәләп милли аш-һыу өҫтәле әҙерләне. Район мәғариф бүлеге, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Балалар ижады үҙәге, музей, район китапханаһы коллективы әҙерләгән үҙенсәлекле экспозициялар ҙа барыһын да һоҡландырҙы һәм рухландырҙы. Талдан кәрзиндәр үреүсе Виктор Бычин менән кейеҙ баҫыу һәм йөндән күҙ яуын алырлыҡ картиналар эшләүсе Фәридә апай Хөснөтдинова, туҙҙан картиналар яһаусы Гөлсөйәр Шәйхиеваның ҡул эштәрен алырға теләүселәр ҙә күп булды. “Танып” шифаханаһы, тәжрибәле умартасы Марат Шәйбәков, “Спутник” ҡулланыусылар йәмғиәте лә тәмле-татлы ризыҡтар алып килгәйне.
Читайте нас в