Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
9 Апрель 2018, 11:45

Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Асыҡ сырайлы, көслө рухлы, изге күңелле, һәр саҡ мөләйем хеҙмәттәшебеҙ — Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Асыҡ сырайлы, көслө рухлы, изге күңелле, һәр саҡ мөләйем хеҙмәттәшебеҙ — Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы! Яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, һеҙ сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һеҙгә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ.


Аҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙ,

Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөгөҙҙә.

Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен

Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөгөҙҙә.

Йән рәхәте бирһен һеҙгә Хоҙай,

Тән сихәте бирһен ғүмергә.

Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай

Бергә-бергә матур эшләргә!

Иң изге теләктәр менән һеҙҙе хөрмәт итеп, “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы.
Читайте нас: