Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
30 Март 2018, 13:52

Халыҡты хәтер йәшәтә

Автономиялы Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Борай кантонының 100 йыллығы уңайынан Борай район үҙәгендә фәнни-ғәмәли семинар үтте. Унда Өфө, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Борай райондары башҡорттары ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары, тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре, методик берекмә етәкселәре ҡатнашты.

Автономиялы Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Борай кантонының 100 йыллығы уңайынан Борай район үҙәгендә фәнни-ғәмәли семинар үтте. Унда Өфө, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Борай райондары башҡорттары ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары, тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре, методик берекмә етәкселәре ҡатнашты.
Сараның төп маҡсаты – Борай ихтилалы һәм уның ҡаһармандары тураһында мәғлүмәт туплау, Башҡорт автономияһын булдырыуға ҙур көс һалған урындағы шәхестәрҙең исемен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү, район, ҡала ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә методик ярҙам күрһәтеү.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, тарих фәндәре кандидаты, билдәле тележурналист, «Шәжәрә» ойошмаһының директоры Салауат Хәмиҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан тарихсы, «У истоков Башкирской республики» китабы авторы Азат Ярмуллин, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов һәм билдәле шағирә, тәржемәсе, “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Абдуллина ҡатнашты.
Семинар район Мәҙәниәт йортонда тантаналы асылып, концерт номерҙары менән башланды. Ут сәсрәтеп бейеүселәр, халҡыбыҙ йырҙарын башҡарыусылар, һүҙ ҡөҙрәтен белеүселәр Борайҙа рухлы, дәртле, сәмле, һәләтле кешеләр йәшәүенә ишара яһаны.
Б
орай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов исеменән уның урынбаҫары Николай Хәмәтдинов барыһын да сәләмләп, уңышлы һәм һөҙөмтәле эш теләне. Сығышында районда туған телде, тарихты, йолаларҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың сәләмдәрен һәм теләктәрен тамашасыларға семинарҙы алып барыусы Рөстәм Баянов еткерҙе. Ул Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған сараларҙың 2017 йылдан башлап уҙғарылыуын билдәләне. Республика тарихын һаҡлаған, бер арауыҡта баш ҡала булған Темәс ерендә тарихсылар менән осрашыу, артабан Өфөлә “1917 йыл Рәсәй халыҡтарының яҙмышында” исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, Симпозиум, Ишембайҙа — Вәлиди, Бүздәктә Халиҡов уҡыуҙары үтеүе хаҡында һөйләне. Рөстәм Сәлим улы Борай автономияһының тарихи әһәмиәтен билдәләп, ошо семинарҙы юғары кимәлдә ойоштороуҙары өсөн борайҙарға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Семинарҙың программаһы бик бай ине. Унда ҡатнашыусылар тәүҙә Борайҙың 1-се (уҡытыусылар Азат Арсланов, Айгөл Мостафина, Лилиә Латыпова, Рәмзиә Усаева, Гөлнара Фазулова) һәм 3-сө (Рәмилә Дәүләтбаева, Лилиә Ғәйнетдинова, Зимфира Йәғәфәрова, Фәнилә Нуриханова) мәктәптәрендә, 2-се гимназияһында тарих буйынса асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар ҡараны. Һәр ерҙә ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, сәк-сәк менән йырлап-бейеп ҡаршы алдылар.
2-се гимназияға килеүселәр белем усағындағы тәртипкә, йөҙҙәренән рух бөркөлөп торған уҡыусыларға, үҙ эштәре өсөн янып торған уҡытыусыларға, төрлө темалар буйынса зауыҡ менән эшләнгән стендтарға, бай методик күргәҙмәлелеккә ҡарап һоҡланыуын йәшермәне. Белем усағындағы музей эшмәкәрлегенә лә ҡунаҡтар юғары баһа бирҙе. Ошо гимназиялағы һымаҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап эшләнгән стендтың республиканың һәр мәғариф учреждениеһында булырға тейешлеген билдәләне Рөстәм Сәлим улы. Уны төҙөү өсөн райондарҙың мәғариф бүлектәренә архив материалдарын ебәреүҙәрен дә әйтте.
Б
ирелә уҡытыусы Айгөл Нурыева “Рәсәй дәүләтендә беренсе автономиялы республика” темаһына дәрес үткәрҙе. Тәжрибәле уҡытыусы заманса алымдар, бай күргәҙмәлелек (аудио һәм видеояҙмалар, архив материалдары, тарихи документаль фильмдан өҙөк) ҡулланып, теманы ҙур оҫталыҡ менән аңлатты. Башҡорт автономияһын яулауҙа Борай кантоны башҡорттарының роле, Борай ихтилалының рухи етәкселәре Шәрәфи бай һәм Сәхибзада Мәҡсүтов тураһында бай мәғлүмәт алды уҡыусылар. Ғөмүмән, семинарҙа ҡатнашыусылар өс мәктәптә лә дәрестәрҙең юғары кимәлдә үтеүен, уҡыусыларҙың әүҙемлеген, уларҙың ил, республика һәм тыуған төйәге тарихын белеүен билдәләне. Гимназияла үткән “Борай — батырҙар һәм шағирҙар ере” тигән кластан тыш сара ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уны “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017” төбәк бәйгеһе еңеүсеһе Ләйсән Муллағәлиева алып барҙы. Борай районы тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһында бай материал тупларға, уҡыусылар менән Борай ихтилалы күренештәрен сәхнәләштерергә Ләйсән Ришат ҡыҙына хеҙмәттәштәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Елена Ғарифйәнова менән Ләлә Кәбирова ярҙам итә. Сараны ҡарағандан һуң, ҡунаҡтар белем усағында туған телде, тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелеүен, уҡытыусыларҙың мәҙәни-рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм артабан үҫтереү өсөн янып эшләүен билдәләне. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Борай башҡорт кантонын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.
С
араның пленар өлөшө район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда билдәле тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев — 20-се быуат башында Борай районында ижтимағи-сәйәси тормош, Салауат Хәмиҙуллин — Борай башҡорт кантоны тарихы, Азат Ярмуллин башҡорт автономияһы өсөн көрәштә ҙур өлөш индергән, тик әлегә исемдәре халыҡҡа киң билдәле булмаған шәхестәр тураһында һөйләне. Улар тарихи факттарға нигеҙләнеп, Борай кантонының Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙәге әһәмиәтен ысынбарлыҡта күҙ алдына баҫтырҙы. Филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың “Тел һәм башҡорт халҡының милли үҙбилдәләнеше“ темаһына сығышы ла залда ултырыусыларҙы битараф ҡалдырманы.
Тарихсы-ғалимдар менән бер рәттән урында тыуған яҡты өйрәнеүселәр — Борай 2-се гимназия директоры Алик Усаев, Әлфис Мөғәллимов, Радик Бәхтиев телмәр тотто.
К
үренекле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовты яҡташтары был юлы ла алҡыштар менән ҡаршы алды. Марсель Шәйнур улы тыуған яғына йыйылыусыларҙы иҫтәлекле тарихи ваҡиға уңайынан тәбрикләп, шиғырҙарын уҡыны. Балаларға халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтеүгә күп көс һалған, мәктәптә үҙенсәлекле тарих музейы ойошторған, милли рух тәрбиәләгән педагогтарға һәм райондың арҙаҡлы тарихи шәхестәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыуҙы ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
— Бөгөн бик мөһим, көнүҙәк һорауҙы — хәҙерге заман шарттарында тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты проекты сиктәрендә билдәләнгән 100 шәхестең исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуындарға еткереү тураһында бик йөкмәткеле фекер алышыу үтте, тип өмөтләнәбеҙ. Сара барышында бик күп файҙалы, уйланып, һығымталар яһарлыҡ фекерҙәр әйтелде. Ентекле докладтары өсөн сығыш яһаусыларға, фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Был форматтағы сара беренсеһе, ләкин һуңғыһы булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Сөнки беҙҙең юбилей алдынан эшләр эштәребеҙ бихисап. Уларҙы башҡарыуҙа һәр беребеҙ үҙенең өлөшөн индерергә бурыслы, — тип семинар эшенә йомғаҡ яһаны Рөстәм Сәлим улы.
Сара аҙағында резолюция ҡабул ителде. Семинарҙы ойоштороп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙылар.
Шулай итеп...
Борайҙар бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Артабан ана шул данлы үткәнде онотмай, халҡыбыҙҙың бөйөк ул-ҡыҙҙарының изге эшен дауам итеү – һәр кемдең изге һәм мөҡәддәс бурысы. Бының өсөн телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлау, тарихты өйрәнеү, рухлы быуын тәрбиәләү мөһим!
Наилә ИМАЕВА.
Читайте нас: