Ватанды һаҡлау — ир-егеттәрҙең быуындан-быуынға күскән изге бурысы. Хәрби хеҙмәттәге кешеләр оло ихтирамға лайыҡ. Улар ил сиген, тыныс тормошобоҙҙо уяу һаҡлай.
— Армия! Ябай ғына тойолған һүҙгә тәрән мәғәнә һалынған. Йәп-йәш егеттән ҡыйыу ир-атҡа әйләнеп ҡайта торған сынығыу мәктәбе ул. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәр элек-электән абруйлы һаналған, — ти хәрби хеҙмәтен намыҫ менән үтеп ҡайтыусы Борай егете Марат Нурисламов.
Марат Борай 3-сө мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә. 2016 йылдың ноябрендә армия сафына алына. Ул Приморье крайында разведчик-снайпер булып хеҙмәт итә. Әсәһе Рәүфә Нурисламоваға хәрби частән Рәхмәт хаты ла килә. Унда Мараттың намыҫ менән хеҙмәт итеүе, инициативалы, тырыш булыуы хаҡында әйтелә һәм шундай аҡыллы, булдыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелә.
Хеҙмәтен иҫән-имен тамамлап, 2017 йылдың декабрендә Марат тыуған ауылына ҡайта. Маҡсаты — уҡыуын дауам итеп, яҡшы эшкә урынлашып, матур донъя көтөү.
— Һалдат өсөн армияла бер йыл хеҙмәт итеү әллә ни оҙаҡ ваҡыт түгел. Минеңсә, егет кеше «һалдат һурпаһы»н тәмләп ҡарарға тейеш. Сөнки армия характер, ныҡлы ихтыяр көсө тәрбиәләй. Ә былар тормош өсөн иң кәрәкле сифаттарҙың береһе, — ти Марат.
Марсилә Шәрипова.