Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Ғинуар 2018, 12:17

Мәҙәниәт министры — Мишкәлә

Районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килеп китте. Тәүҙә Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан ул мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны.

Районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килеп китте. Тәүҙә Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан ул мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны.

Министрҙа мари милли үҙәге һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан Балалар музыка сәнғәт мәктәбендә, Мишкә үҙәк китапханаһында булды. Китапханала ул китап фонды күләме, бөтә үҙәк китапхана системаһы эше, уҡыусылар менән бәйләнеш, үткәрелгән саралар һаны менән ҡыҙыҡһынды. Уны бирелә китаптарҙың күп булыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең әленән-әле төрлө саралар үткәреүе һоҡландырҙы.

— Әлегә тиклем республикала башҡа ерҙә бындағы кеүек тормош ҡайнап торған урынды күргәнем булманы шикелле, — тине Әминә Шафиҡова.

Быға дүрт моделле ауыл һәм бер үҙәк моделле китапхананың тырышып эшләүе асыҡ миҫал булып тора.

Үҙәк китапханала мәҙәниәт министры Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “100 иң яҡшы башҡорт китабы” республика акцияһында ҡатнашты. Ул тантаналы рәүештә 1-се мәктәп-лицейҙың X класс уҡыусыһы Ксения Лобоваяға 2017 йылдың иң яҡшы китап уҡыусыһы булараҡ Почет грамотаһы тапшырҙы.

Район Мәҙәниәт һарайында ла Әминә Ивний ҡыҙын йылы ҡаршы алдылар. «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбле үҙенең яңы бейеүҙәренең береһен — «Рвезылык»ты («Молодежный») башҡарҙы. Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре уға ҡыҫҡаса ғына үҙҙәренең уңыштары һәм булған проблемалар тураһында һөйләне. Министр артистарға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Әминә Ивний ҡыҙы осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, бейеүселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә мари халҡы традицияларын һаҡлаған өсөн рәхмәт әйтте. Район Мәҙәниәт һарайы һәм «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбле уға ансамблдең юбилей концерты яҙылған диск һәм үҙҙәре тураһында китап-буклет бүләк итте.

Әминә Шафиҡованы эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Р. Мусин оҙатып йөрөнө.

Вениамин Кондогин.
Читайте нас: