Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
31 Октябрь 2017, 18:20

Яңы офис асылды

Ҡариҙел ауылында “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы офисы асылды.


Ҡариҙел ауылында “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы офисы асылды.
Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин, уның сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Р. Дәүлиев һәм “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” йәмғиәте вәкилдәре: клиенттар менән эшләү бүлеге директоры В. Михадюк, административ-хужалыҡ тәьминәте идаралығы начальнигы О. Нестеренко, Нефтекама территориаль бүлеге директоры М. Гәрәев, “Лагуна” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш фирмаһы директоры И. Шабиев ҡатнашты.
Компания вәкиле В. Михадюков Илдар Вил улына һәм үҙенең хеҙмәттәштәренә офисты асыуҙа күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.
— “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе — электр энергияһын ҡулланыусыларҙы туранан-тура һәм уңайлы хеҙмәтләндереү. Бына шуның өсөн Ҡариҙелдә яңы офис астыҡ. Бөгөнгө технологиялар ҡулланыусыға барлыҡ һорауҙарына яуап алырға һәм бының өсөн 5-10 минут ваҡыт сарыф итергә мөмкинлек бирә, — тине ул.
Тантанала “Россияне”халыҡ вокаль коллективы сығышы музыкаль бүләк булды.
Бына сараның тулҡынландырғыс мәле етте. Символик таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығына, мәртәбәле ҡунаҡ В. Михадюкка һәм “ЭСКБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Нефтекама территориаль бүлегенең Ҡариҙел клиент офисы начальнигы Р. Латыповҡа бирелде.
Офисҡа килеүселәрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған, эш урындары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Клиенттар бирелә компания эшсәнлегенә ҡағылышлы һорауҙарына яуап таба, иҫәп приборҙары күрһәткесен сағыштыра, иҫәпләү документтары ала, килешеүҙәр төҙөй ала.
Люция Карамова.
Читайте нас: