Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
28 Август 2017, 14:05

Рөстәм Хәмитов «Һөт иле» фестивалендә булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда уҙған «Һөт иле» VII бөтә Рәсәй фестивалендә булды.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда уҙған «Һөт иле» VII бөтә Рәсәй фестивалендә булды.
Республика етәксеһе ҡала халҡы менән аралашты, ғилми-танып белеү шоуы, 3D-баҫма, роботтар шоуы һәм башҡалар ойошторолған «Һөт почтаһы», «Флипбук-студия», «Йәшел оранжерея», «Йәшәрткес алма», «Һөт медиа-студияһы», «Һөт оҫтаханалары», «Инновацион асыштар биләмәһе» интерактив күңел асыу майҙансыҡтарын ҡараны. Байрам сиктәрендә «Һөт юлы буйлап сәйәхәт» тигән квест һәм спорт фестивале уҙҙы.
Рөстәм Хәмитов фермер баҙарында һәм һөт йәрминкәһендә булды, унда үҙ продукцияһын республиканың иң эре ауыл хужалығы етештереүселәре тәҡдим иткәйне. «Һөт иле»ндә тәүгә «Сыр кибете» ойошторолдо. Унда сараға килеүселәр Башҡортостандың сыр ҡайнатыусылары етештергән төрлө сыр сортынан ауыҙ итә һәм һатып ала алды.
Өфөлә 2011 йылдан уҙғарылып килгән «Һөт иле» бөтә Рәсәй фестивале – Рәсәйҙә һөт һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур ғаилә байрамы. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте, Милли һөт етештереүселәр союзы (СОЮЗМОЛОКО) һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Фестиваль һөттө һәм һөт продукцияһын ҡулланыуҙы дәртләндереү Бөтә Рәсәй программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторола һәм уҙғарыла. Сараның маҡсаты – Башҡортостан етештереүселәренең һөт һәм һөттән эшләгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Быйыл фестивалдә һөт эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе 25 ҙур ойошма һәм 14 фермер хужалығы ҡатнашты.
2017 йылдың ете айында Башҡортостанда 1,044 миллион тонна һөт, 180 мең тонна ит етештерелгән. Республика тулайым һөт продуктының күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.
Читайте нас: