Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Август 2017, 17:25

Хеҙмәте ҡаты — емеше татлы

Вениамин Зәйниев иң тәжрибәле умартасыларҙың береһе Ҡорманай ауылында йәшәүсе Вениамин Зәйниев яратҡан шөғөлөн үҙе өсөн табышлы кәсепкә, ә халыҡ өсөн сәләмәтлек сығанағына әйләндергән. Уның умартасылығына килгән һәр кеше күстәнәскә бал, һеркә, һитә генә алып ҡалмай, ә дауаланыу процедуралары үтеү мөмкинлегенә лә эйә.

Ҡорманай ауылында йәшәүсе Вениамин Зәйниев яратҡан шөғөлөн үҙе өсөн табышлы кәсепкә, ә халыҡ өсөн сәләмәтлек сығанағына әйләндергән. Уның умартасылығына килгән һәр кеше күстәнәскә бал, һеркә, һитә генә алып ҡалмай, ә дауаланыу процедуралары үтеү мөмкинлегенә лә эйә.
Вениамин Зәйниев умартасылыҡ менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә. Тормош шарттары һәм сәләмәтлеге был табышлы эшкә элегерәк тотонорға мөмкинлек бирмәй. Йәш сағында уның бал ҡорто сағыуына аллергия була. Атаһы, тирә-яҡта билдәле умартасы Николай Зәйниев, улын — ярҙамсыһын, үҙ эшен, тәжрибәһен биреп ҡалдырырлыҡ кешеһен дауалау ысулдары эҙләй башлай. Ниһайәт, уны ауырыуҙан ҡотолдороу юлын таба — махсус рәүештә Вениаминды ҡорттан саҡтыра, һәр ваҡыт уларҙың һанын арттыра бара. Шулай итеп, йәш организм бал ҡорто ағыуына яуап бирмәй башлай.
— Һөнәрем буйынса мин төҙөүсе. Педагогия училищеһын да тамамланым. Ете йылдан артыҡ Себерҙә эшләнем. Атайым мәрхүм булғас, ундағы эшемде ташланым һәм умартасылыҡҡа ныҡлап тотондом, — тип һөйләй Вениамин Николаевич.
Бал ҡорттары Вениамин Николаевичтың бөтөн ваҡытын ала. Урман эсендә урынлашҡан умарталыҡ, һис шикһеҙ, күп сығым да талап итә. Тәжрибәле һәм белемле умартасы махсус рәүештә төньяҡ елдәрҙән ышыҡланған, бал биреүсе күп үҫемлек үҫкән ерҙе һайлаған. Был урын йүкә, бәпембә, май айы, бигерәк тә баҙарҙа юғары баһаланған фацелия һәм башҡа төрлө бал алырға булышлыҡ итә.
Умартасы балын йәрминкәләрҙә, Өфө ҡалаһы баҙарҙарында һата. Когалым, Нерюнгри, Силәбе, Оренбург, Красноярск, Украинала үҙҙәренең даими клиенттары бар. Ул бал йыйыу менән генә түгел, инә ҡорт сығарыу менән дә шөғөлләнә. Төп ярҙамсыһы — тормош иптәше Светлана Андреевна. Ул һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, икенсе белгеслеге — умартасы. Зәйниевтар бергәләп дезинфекция үткәрә, рамдар йәбештерә, таҙарта, бал ҡорттарын күсереп ултырта һәм тағы ла әллә күпме эштәр башҡара.
Быйыл май айында Зәйниевтар умарталығы ҡорт күсе кеүек геүләп торҙо. Уларға тәжрибә туплау маҡсатында Марий Эл Республикаһынан ҡунаҡтар килде. Вениамин Николаевич умартасылыҡты ғәмәлдә нисек алып барыу, инә ҡорттар сығарыу, етештерелгән продукция тураһында тәфсирләп һөйләне, үҙе уйлап сығарған яңы нәмәләрҙе күрһәтте. Ҡунаҡтар бал, инә һәм ата бал ҡорттары һөтөн, прополисты тәмләп ҡараны.
Вениамин Зәйниевтың хеҙмәте һәм тырышлығы, тәжрибәһе һәм оҫталығы республиканан ситтә лә билдәле. Ул йыш ҡына “Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге” бал продукцияһы фестивалендә ҡатнаша. 2012 йылда умартасылыҡ продукцияһының киң ассортиментын тәҡдим иткән һәм юғары сифат өсөн икенсе урынға лайыҡ булды. “Алтын көҙ-2012” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә — донъя агробизнес вәкилдәрен берләштергән ҙур халыҡ-ара форумда көмөш миҙал яуланы.
Читайте нас: