Башҡортостанда 30 и юндән алып 2 июлгә тиклем Бөрөнән алыҫ түгел Силантьево ауылы эргәһендә II «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарылды. Рәсәй армияһы көнөнә арналған был сараны Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Бөрө филиалы, «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы ойошторҙо.
— Фестивалдә ҡатнашыусы хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле студенттарыбыҙ. Бөгөнгө көн өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Күптән түгел бер яҡташыбыҙҙың китабында түбәндәге һүҙҙәргә тап булдым: “Тарихы булмаған халыҡ – тамырһыҙ ағас. Ә тамырһыҙ ағас – бүрәнә. Һәр бүрәнәнең үҙ Папа Карлоһы…” – шулай тип башланы һүҙен БДУ-ның Бөрө филиалы директоры Салауат Мөҙәрис улы Усманов фестивалде асыу тантанаһында. Ысынлап та, тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ. Бөрө ҡалаһы ошо өс көндә тарихҡа битараф булмағандарҙы үҙ еренә йыйҙы.
Фестивалдең тәүге көнө БДУ-ның Бөрө филиалында «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаһы: тарих һәм хәҙерге заман» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция менән башланды. Икенсе көнгә Бөрөнән алыҫ түгел Пономаревка һәм Силантьево ауылдары араһындағы ялан республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачев, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы урынбаҫары А. В. Новиков, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Ә.С. Ғаязов, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары Н.Н. Нурмөхәмәтов, Хәрби дан музейы директоры И.И. Үтәев, Башҡортостан республикаһының хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса хәрби комиссариат бүлеге етәксеһе А.М. Пронин, БДУ ректоры Н.Д.Морозкин, БДУ-ның социаль-иҡтисади үҫеш буйынса проректоры А.А. Шаронов, БДУ профессоры А.Н. Ласынов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары И.А. Сыров булды.
Хәрби яланда Рәсәй тарихында булып үткән төрлө дәүер тормошо күрһәтелде. Тамашасылар XIII быуат русичтары, XIV быуат рыцарҙары-госпитальерҙары, XVII быуат хеҙмәтселәре менән Рус дәүләте уҡсылары, 1812 йылғы Ватан, 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осорона әйләнеп ҡайтты. Беренсе донъя һәм Икенсе донъя һуғышы һалдаттарының яландағы фажиғәләрен тамаша ҡылды. Улар Рәсәй армияһының бер нисә быуат буйына нисек яңырыуын һәм тарихи ваҡиғалар ағышын күҙәтте.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын 1944 йылғы Ҡыҙыл армия сафының эшсе-крәҫтиән һәм Вермахта лагерҙарын Өфөнөң “Рейд”, Силәбенең “Дивизион”, Тольяттиҙың “Войско Польское”, Кировтың “Фронт”, Екатеринбург ҡалаһының “Урал Фронт” хәрби-тарихи берләшмәһе сағылдырҙы. Беренсе Донъя һуғышы ваҡиғаларын – Өфө ҡалаһының “190-сы йылғы Очаков полкы пехотаһы”, Демитровградтан “Арсенал” хәрби берләшмәһе 1917 йылғы Рус император армияһы лагерының яу яланындағы һуғышҡа әҙерлеген күрһәтте. Өфөнөң “Өфө пехота полкы” клубы иһә Рәсәй император армияһы лагерының 1812 йылғы Ватан һуғышы күренештәрен сәхнәләштерҙе. XVII быуатҡа әйләнеп ҡайтырға Бөрөнөң “Бөрө уҡсылары” клубы ярҙамға килде. Улар Мәскәү өлкәһенең яу яланындағы уҡсылар сафын, уҡтан атышыу үҙенсәлектәрен кәүҙәләндерҙе. XIV быуат ваҡиғаларын – Пермдың “Уральские белки” клубы Рәсәйҙең Урта быуат ваҡиғаларын һәм уйындарын күрһәтте.
Хәрби реконструкцияларҙан тыш БДУ-ның Бөрө филиалы факультеттарының оҫталыҡ дәрестәренә лә тамаша ҡылыу мөмкинлеге бар ине. Сарала ҡатнашыусылар физика һәм математика факультетының робот техникаһын, биология һәм химия факультетының карвинг һәм флористик дизайн буйынса оҫталыҡ дәрестәренә хайран ҡалды. Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының биләмәһендә XIX быуат осоро театраль сәхнәләштерелде. Студенттар тап шул быуат шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр. Сәйәси-гуманитар һәм инженер-технология факультеттарынының күргәҙмәһендә рәссамдарҙың картиналары һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Педагогика факультеты биләмәһендә балалар һәм өлкәндәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашы мөмкинлегенә эйә булдылар. Бынан тыш фестивалдә төрлө конкурстар, спорт ярыштары уҙғарылды.
Фестиваль үткәнебеҙгә тағы бер ҡабат күҙ һалып, тарих төпкөлөнә әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирҙе, уның онотолмаҫ бай, шул уҡ ваҡытта тетрәндергес икәнлегенә тағы бер ҡабат инандырҙы. Тарихи Бөрө ерендә ҡабаттан осрашҡанға тиклем!
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.