Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
28 Июнь 2017, 12:57

Күнгәктә күркәм сара үтте

Йәй миҙгеле йәмле көндәре менән генә түгел, ә күңелле осрашыуҙар, төрлө саралар менән дә иҫтә ҡала торған мәл. Күптән түгел Асҡын районының Күнгәк ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла күңелдәрҙә йылы тойғолар, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

Күнгәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлшат Ғилманшина сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарға, бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Майҙанда спорт ярыштары, халыҡ уйындары гөрләне. Балалар ҡыуанып батутта һикерҙе, каруселдә әйләнде, квадроциклда йөрөнө. Экология йылына арналған стенд, ҡул эштәре, дарыу үләндәре күргәҙмәһе янынан да кеше өҙөлмәне. Көн буйына бай ассортиментлы сауҙа нөктәләре эшләне. Байрамға 30, 40 йыл элек Күнгәк урта мәктәбен тамамлаусылар ҙа ҡайтҡайны.

Читайте нас: