Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
14 Июнь 2017, 14:12

Асҡын үҙәк мәсетендә Ифтар мәжлесе үтте

Изге Рамаҙан айының 10-сы көнөндә Асҡын үҙәк мәсетендә Ифтар мәжлесе үткәрелде. Унда Асҡын, Мәсетле, Балтас, Борай райондарына, Өфө, Нефтекама ҡалаларына Төркиәнән килгән туғыҙ Ҡөрьән-хафиз һәм ошо райондарҙың имам-хатиптары, шулай уҡ районыбыҙ имам-хатиптары ҡатнашты. Күркәм сараға 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Икенде намаҙын уҡығандан һуң Асҡын үҙәк мәсетенең имам-хатибы, райондың имам-мөхтәсибе Мөхәмәт Хәсәнов йыйынды асып, халыҡты Төркиәнән килгән дин ҡәрҙәштәребеҙ менән таныштырҙы.

Район Советы һәм хакимиәте исеменән байрамға килеүселәрҙе хакимиәт башлығы урынбаҫары Фаат Фәтхуллин тәбрикләне. Ул диндең балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, район етәкселеге, халыҡ, мәсеттең тығыҙ бәйләнештә эшләүен билдәләп үтте.
Ҡунаҡтар юғары ислам белеменә эйә мөғәллимә Зимфира Закирова етәкселегендә дин һабаҡтары алыусы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың сығышын да ихлас тыңлап, алҡышлап, һоҡланып ултырҙы. Балалар мөнәжәттәр әйтте, доғалар уҡыны, мәсеттә нимәләргә өйрәнеүҙәре тураһында һөйләне, шиғыр уҡып, йыр ҙа йырлап күрһәтте. Мөхәмәт хәҙрәт уларға рәхмәт әйтеп, бүләктәр таратты. Әйткәндәй, шәкерттәр ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ваҡ-төйәк йомоштарҙы үтәп, сара үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың һәр береһе ҡыҫҡаса үҙе менән таныштырҙы, аҙан әйтеп, вәғәз һөйләп, күңелдәребеҙгә дини ғилем өҫтәне. Улар республикабыҙҙы оҡшатыуын, үҙҙәренә йөкләтелгән изге бурысты ихлас үтәүҙәрен әйтте, Төркиә менән Рәсәй халҡының яҡшы мөнәсәбәттә булыуына һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Районыбыҙға килгән Ҡөрьән-хафиз Шәғбан Айваз да үҙ сиратында асҡындарҙы байрам менән ҡотланы, милләттәштәре менән осраштырып, уларға ихтирам күрһәтеп, фәһемле сара үткәргән Мөхәмәт хажи Хәсәновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул Рамаҙан айының имен үтеүен теләне, мосолмандар араһында тыныслыҡ, татыулыҡ булып, телебеҙҙе, динебеҙҙе юғалтмай, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп йәшәргә өндәне.
Сығыштарҙан һуң бар халыҡ бергә ахшам намаҙын уҡыны, ауыҙ асыу ваҡыты еткәс, ризыҡ ҡабул итте. Артабан осрашыу ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән мул табын артында дауам итте. Унда яҡшылыҡ, изге ғәмәлдәр ҡылыу хаҡында вәғәз һөйләнеләр, дингә, ураҙаға ҡағылышлы фекер алыштылар. Ашағандан һуң йәстү намаҙы, 20 рәҡәғәт тарауих намаҙы уҡылды. Ваҡыты еткәс, ҡунаҡтар сәхәр ашаны. Халыҡ иртәнге намаҙдан һуң ғына таралышты.
Илһөйәр Махатова.
Вадим Шәрәфетдинов фотолары.
Читайте нас: