Ҡунаҡтарҙы кес кенә Йәсминә Рәжәпова менән Илназ Ғәлиев башҡорт телендә матур итеп сәләмләп ҡаршы алды. Арыҫлан Дилмөхәмәтов егеттәрсә ҡыйыу аҙымдар атлап сығып, "Любезники-любизар" йырын шундай рухлы итеп башҡарғас, ҡунаҡтар: “Бына ҡайҙа икән башҡорт рухлы балалар! Афарин!” - тип дәррәү алҡышланы. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина шунда уҡ кескәйҙәр менән яҡындан танышып, уларҙы дәртләндереп, “Аҡбуҙат” журналдарын бүләк итте.
Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса баш белгесе Ләйсән Аҙнабаева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Лена Фәйрузова, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Ғәлина, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист Наилә Мөхәмәтшинаны балалар баҡсаһы менән таныштырҙы.
Бергәләп улар полилингваль, шайморатов и билингваль төркөмдәрҙә булып, балалар һәм тәрбиәселәр менән аралашты, эш алымдары, уҡытыу программалары, күргәҙмә материалдар, методик әсбаптар менән танышты. Һәр төркөмдә кескәйҙәр башҡорт телендә сығыш яһап, ҡунаҡтарҙы хайран итте. Лариса Хашим ҡыҙы иһә уларға “Аҡбуҙат” журналдарын бүләк итте.
“Алтаҡталарҙан, балалар баҡсаһына ингән ерҙән башлана башҡорт теле, - тине Лариса Хашим ҡыҙы. - Йәнә лә күрһәтмә материалдар, башҡорт теле буйынса методик ҡулланмалар, балалар баҡсаһының диуарындағы һүрәттәр, яҙмалар башҡорт мәҙәниәте, фольклоры, айырыуса әкиәттәр менән бәйле булыуы, милли мөйөш, илһөйәрлек усағы кәрәк, мәҙәни саралар өсөн генә шиғыр, йырҙар ятлау түгел, үҙ-ара аралашҡанда ла башҡортса һөйләшеү мөһим балалар баҡсаһында. Балалар менән башҡортса аралашырға кәрәк”.
Балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышып, үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен әйтеп, яңы талаптарҙы аңлатып, тәрбиәселәргә тырыш, ижади хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп хушлашты ҡунаҡтар.
Наилә Имаева.