Уның эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса баш белгесе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Лена Вәкил ҡыҙы Фәйрузова, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Темәс ҡыҙы Рәхмәтуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Нәҡип ҡыҙы Ғәлина, мәғариф бүлегенең туған телдәр һәм мәктәпкәсә белем биреү буйынса методистары Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова менән Наилә Мәғдәнур ҡыҙы Мөхәмәтшина, мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Сара сиктәрендә ҡунаҡтар Асҡындың 2-се һәм «Күк сәскә» балалар баҡсалары эшмәкәрлеге менән танышты. Балалар баҡсаһы мөдирҙәре, тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, кескәйҙәр ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, йырҙар башҡарып, әкиәт сәхнәләштереп һөйөндөрҙө. Лариса Хашим ҡыҙы иһә кескәйҙәргә “Аҡбуҙат” журналын бүләк итте. Балалар баҡсаларында матур, зауыҡ менән биҙәлгән башҡорт мөйөштәре булдырылыуын, балалар бәләкәй тирмәләргә инеп, башҡорт милли мәҙәни мөхитен тойоп, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, милли ризыҡтар менән танышыуын, шулай уҡ методик ҡулланмаларҙың, белешмәләрҙең һәм башҡорт телендә бай күргәҙмә материалдың булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡунаҡтар.
Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләрен Лариса Хашим ҡыҙы ҡатнашыусыларға еткерҙе. Лариса Абдуллина үҙенең сығышында балаларҙың туған башҡорт телендә түгел, ә рус телендә һөйләшеүен көнүҙәк мәсьәлә итеп күтәрҙе. Балалар баҡсаһына килеп ингәндән үк кескәйҙәр башҡорт мөхите менән уратып алынырға, башҡорт телендә һаулыҡ һорашып, һаубуллашҡанға тиклем туған телдә аралашыуы тейешлеген тәрбиәселәргә маҡсат итеп ҡуйҙы. Был проблеманы ғаилә, балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән берлектә хәл итергә өндәне. Әлеге ваҡытта методик программаларҙы яңыртыу кәрәклеген билдәләне, булғандарының нигеҙен нығытыу, заман талаптарына яраҡлаштырыуҙы мөһим мәсьәлә икәнлегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ алтаҡталарҙың, төрлө тематик стендтарҙың башҡорт һәм рус телдәрендә биҙәлешен талап итеп ҡуйҙы.
Район мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт һәм туған телдәр булараҡ уҡытыу торошо тураһында Зөбәржәт Нәҡип ҡыҙы бәйән итте. Башҡорт телен өйрәнеүҙә ирешелгән уңыштар, осраған проблемалар тураһында башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе рәйесе Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина сығыш яһаны. Балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләренә үҙенең сығышында Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова туҡталды.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов районда дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙа йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында бәйән итте. Йәмәғәт ойошмалары, бигерәк тә ағинәйҙәр һәм ҡоролтай ағзалары халыҡ араһында туған телде һаҡлаусы, яҡлаусылар булып, ошо юҫыҡта саралар үткәргәндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең ышаныслы ярҙамсыһы булып тороуын билдәләне сығышында Ирек Альбирт улы.
Шул уҡ бөгөн Асҡын 2-се мәктәбендә журналистика менән ҡыҙыҡһынған уҡыусы балалар менән Асҡын 2-се урта мәктәбендә йәнле һөйләшеү үтте.
“Заман педагогтар алдына яңы талаптар, яңы бурыстар ҡуя. Районыбыҙҙың белем усаҡтарында көслө, рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр педагогтар эшләй. Бөтә проблемаларҙы ла дөйөм көс менән бергәләп йырып сығырбыҙ, әйтелгән теләктәр һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырырбыҙ, - тип сараны тамамланы Ирек Альбирт улы һәм ҡунаҡтарға районыбыҙға килеп, шулай методик ярҙам күрһәткәндәре, төплө кәңәштәр биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Районыбыҙ менән хушлашыр алдынан ҡунаҡтар Асҡында яңы асылған заманса китапхана эшмәкәрлеге менән танышып, китапханасылар менән аралашты, ундағы заманса мөмкинлектәргә, төрлө быуын кешеләренә рухи аҙыҡ алыу өсөн тыуҙырылған уңайлы шарттарға хайран ҡалды һәм асҡындар өсөн бик һөйөндө.
Наилә Имаева.