Асҡын 2-се балалар баҡсаһында 2020 йылда бер башҡорт төркөме асылһа, ә бөгөн иһә ике башҡорт теле төркөмө эшләй. Шуғлай уҡ “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре бар.
Урмияҙ ауылында башҡорт балалар баҡсаһы эшләй.
Беҙҙең Асҡын 2-се балалар баҡсаһында полилингваль төркөм дә бар. Ә бер полилингваль төрөкөм сығарылып, мәкәптә полилингваль класс булып уҡый башланы.
Полилингваль төркөмдә шөғөлләнеүсе балалар башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәнә, өс телдә шиғырҙар ятлап, уны тасуири һәм йәнле итеп һөйләй, йырҙар башҡара. Белем биреү федераль белем биреү программаһына ярашлы алып барыла.
Беҙҙең балалар баҡсаһы “Башҡорт телендә һәм башҡа туған телдәрҙә белем биреүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” республика конкурсыда “Иң яҡшы полилингваль белем биреүсе ойошма” номиинацияһында өсөнсө урын яуланы.
Балаларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында Асҡын 2-се балалар баҡсаһында “Йәш шайморатовсылар” төрөкөмө лә икенсе йыл уңышлы эшләп килә.
Тәрбиәләнеүселәр ҙә һынатмай, 2024 йылда уҙған “Урал батыр - кешелек ҡаҙанышы” республика конкурсында эпосты өс телдә һөйләп, беренсе һәм икенсе урындарҙы яуланы һәм “Урал батыр” эпосын башҡорт телендә һөйләүселәр конкурсында муниципаль һәм төбәк этаптарҙы уңышлы үтеп, республика этабында ҡатнашып, махсус призға лайыҡ булдылар.
“Һаумы, һаумы әкиәт!” республика конкурсында ла коллектив һәм яңғыҙ сығыш яһанылар һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр.
“Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре республика йыр телевизион конкурсында башҡорт телендә уңышлы сығыш яһап, өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Декабрҙә районыбыҙҙа үткән "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" - кешелек ҡаҙанышы" XV Халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабында ла Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан, “Күк сәскә” һәм Урмияҙ ауылы балалар баҡсаһынан дүрт йәшәтән алып алты йәшкә тиклем егерме малай һәм ҡыҙ милләтебеҙҙең боронғо эпик ҡомартҡыларының береһе булған “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, барыһын да һоҡландырҙы. Балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү, уны йәнле аралашыу теле итеү өсөн ҙур эш алып барыла.
Балалар баҡсаһы ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Әсәйҙәр менән маскировкалау селтәре эшләү буйынса мастер-класстар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.
Башҡорт төркөмө айырылып торһон өсөн әсәйҙәр менән берлектә физкультура дәресе өсөн ҡурай төшөрөлгән, ә байрамдар өсөн селтәр һүрәте төшөрөлгән футболкалар һәм селтәрҙәр эшләнелде.
Балалар баҡсаһында Ғаилә байрамдары, конкурстар үткәрелә.
Башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәренең ғаиләләре районда үткән конкурста ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булды һәм быйыл үткән “Өлөгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының төбәк этабында икенсе урын яуланы.
Өләсәйҙәр менән берлектә “Өләсәйем һандығы”, милли аштар буйынса асыҡ дәрестәр, “Ҡаҙ өмәһе” һәм башҡа йолалар тергеҙелә һәм күрһәтелә.
Башҡорт теле буйынса белем биреүсе тәрбиәселәр ҙә һынатмай, өс йыл дауамында “Йыл педагогы” республика конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Һәм быйыл уҙған йыл педагогы конкурсында ла район кимәлендә еңеүсе булып, республика кимәлендә уңышлы сығыш яһанылар.
Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға, ауыҙ-тел ижадына таянып, беҙ ғаиләлә милли рух та тәрбиәләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бала үҙ телен генә түгел, башҡа телдәрҙе лә хөрмәт итеп үҫһен ине. Күренекле Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һәм башҡа бик күп әҙиптәребеҙҙе уҡый икән, Александр Пушкин, Лев Толстой һымаҡ мәшһүр рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә белһен. Сөнки бөйөк рус классиктары беҙҙең башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, йомартлығын, киң күңеллелеген тик ыңғай яҡтан ғына һүрәтләй .
Тағы ла бер етди һорауға туҡталып китмәй булмайҙыр. Әгәр ҙә һин үҙ телеңдә һөйләшә белмәһәң, туған телеңдә донъя күргән гәзит-журналдар уҡымаһаң, ғаиләлә илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ, тип күкрәк һуғыуҙан ғына бер нәмә лә хәл ителмәй. Бала сабый саҡтан уҡ кескәйҙәр өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналын, үҫә килә “Аманат”ты, ”Йәншишмә” гәзитен, “Йәшлек”, ”Башҡортостан”, “Киске Өфө” һәм башҡа гәзиттәрҙе, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” һәм “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарын белмәһә, ҡулына тотоп ҡарамаһа, уҡымаһа, милли тәрбиә тураһында һүҙ булырға ла тейеш түгел. Мотлаҡ бер нисә баҫма булһа ла яҙҙырырға, алдырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Сөнки беҙ милли матбуғат аша ҙур тәрбиә алабыҙ.
Шулай итеп, беҙ үҙ телен, тарихын, тамырҙарын, мәҙәниәтен яҡшы белгән, үҙ милләте менән ғорурланған, әммә башҡа милләт халыҡтары менән дә дуҫлыҡ нигеҙендә хеҙмәттәшлек итә алырлыҡ, көслө, төплө фекерле, заман талаптарына яраҡлашҡан лайыҡлы шәхестәр үҫтерергә бурыслыбыҙ. Илебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә шул саҡта ғына сәскә атыр, алға китер!
Ләйсән Ғәлимова,
Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
#ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир
#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы
#БашҡортТеле#ДеньРодногоЯзыка#ТуғанТелКөнө