Земфира Фәттәх ҡыҙы Сибай педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, юллама буйынса Балтас районының Түбән Ҡанһөйәр ауылына ҡайта. Бирелә ул өс йыл дауамында балаларға белем биреп, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәтәтренә һөйөү тәрбиәләй.
1987 йылда хеҙмәт юлын Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә дауам итә. Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында ситтән тороп белем ала. 2000 йылдан алып бөгөнгәсә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә эшләй.
Тынғыһыҙ остаздың уҡыусылары йыл һайын яңы үрҙәр яулай. Улар — район, республика, халыҡ-ара дәрәжәһендә үткән төрлө конкурстар, олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары. Мөғәллимә үҙе лә һәр саҡ камиллашыу юлында. Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2008” һәм Бөтә Рәсәй ”Иң яҡшы уҡытыусылар” конкурстарында еңеү яулай.
Земфира Фәттәх ҡыҙы буласаҡ йәш тел белгестәре менән дә ихлас тәжрибә уртаҡлаша. Бер нисә йыл дауамында Нефтекама педагогия колледжы, Бөрө дәүләт педагогия институты студенттары Земфира Шәйхинурова етәкселегендә практика үтте.
Тәжрибәле уҡытыусының хеҙмәт дәүерендә иң мөһим урынды башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм пропагандалау тора. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһен уңышлы етәкләй.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы ла. Тел белгесе булараҡ, төрлө эксперт комиссияларында ла эшләй. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһындағы эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Уның тырышлығы менән республика конкурсында еңеү яулап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты заманса йыһазландырыла.
— Башҡорт теле — милләт теле, туған тел, халҡыбыҙҙың байлығы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙ уға ҙур иғтибар бүләбеҙ, бөгөн һәм башҡа көндәрҙә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау модала булырға, йәштәр башҡортса һөйләшергә, уны өйрәнергә тейеш, — тип билдәләй Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Шәйесламова.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, ижади башланғыстарға, ҡыҙыҡлы проекттарға ярҙам итеү, лингвистарҙы ғына түгел, башҡа өлкәләрҙәге белгестәрҙе лә, мәҫәлән, программистарҙы һәм web-дизайнерҙарҙы ла йәлеп итеү мөмкин булды.
Хәҙер башҡорт телен интернет-ресурстар, мобиль ҡушымталар, интерактив уйындар ярҙамында ла өйрәнергә мөмкин. “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсы барлыҡҡа килде. “IQ Бала Баш” — мобиль ҡушымтаһы, “Әлләсе”, “Инофонбаш” өҫтәл уйындары донъя күрҙе.
Автор: Фирғәт Набиуллин.