Йәнтөйәк
-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Үз телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз» проектына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Асҡын мәғлүмәт  үҙәгендә  «Үз телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз» проектында ҡатнашыусылар йыйылып, башҡарылған эштәргә йомғаҡ  яһаны.

«Үз телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз» проектына йомғаҡ яһалды
«Үз телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз» проектына йомғаҡ яһалды

2023-2024 уҡыу йылында Ҡашҡа урта мәктәбендә тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә  башҡорт телен өйрәнеү үҙәге асылды. Ул мәктәп коллективының республика Башлығының Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар һәм дәүләт  телдәрен үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән гранттар конкурсында еңеүе ярҙамында тормошҡа ашырылды.

 “Баяр-Тау” хәйриә фонды тарафынан тәҡдим ителеп, еңеү яулаған проект  1 сентябрҙән 31 майға тиклем тормошҡа  ашырылды.  Проект авторы Лүзиә Әхәт ҡыҙы Ғәлиәкбәрова мәктәп коллективы менән ҙур эш башҡарҙы.

Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә нәшер ителгән урындағы шағирҙарҙың шиғырҙары тупланған  “ Туған телем – иркә гөлөм”  тигән шиғырҙар йыйынтығы һәм  Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыларының методик эшләнмәләре,  уҡыусыларҙың урындағы диалектты, топонимиканы , тарихты  өйрәнеп башҡарған тикшеренеү эштәре, иншалары, конкурста еңеү яулаған балаларҙың ижади яҙмалары  башҡорт, рус һәм диалект телендә  йыйылған “ Киләсәк быуынға – халҡымдың рухи байлығы” тигән    башҡорт теле дәрестәре өсөн методик ҡулланма  был проект һөҙөмтәһе булып тора.

Ике китап та  30-ар дана  Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәксеһе  Зимфира Зарифуллинаға тапшырылды. Һәр ауыл китапханаһында был китаптар буласаҡ.

 Сарала ҡатнашыусы район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлзифа Мөхәмәтдинова, район “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова   ҡашҡаларҙы һәм проект авторы Лүзиә Әхәт ҡыҙын проектты уңышлы тормошҡа ашырыуҙары менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙе. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индереүселәр  “Баяр-Тау” хәйриә фондының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

 Сара аҙағында  йыйынтыҡҡа шиғырҙары ингән авторҙар ижад емештәрен уҡып ишеттерҙе.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: