Бөтә яңылыҡтар

Хис-тойғоларға бирелеп, шул тиклем ғорурланып, шатланып башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

“Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында  1-се урын яулаған  Төлгөҙбаш ауылы  вәкилдәре    Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә  башҡорт теленән   ҙур теләк менән  диктант яҙҙы.  

Хис-тойғоларға бирелеп,  шул тиклем ғорурланып,  шатланып  башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Хис-тойғоларға бирелеп, шул тиклем ғорурланып, шатланып башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант”  акцияһына   Асҡын районы  халҡы  дәррәү ҡушылды.  Ауылдарҙа, төрлө ойошма   һәм предприятиеларҙа  тотош коллектив менән  башҡорт теленән диктант яҙҙы.

Һәр ваҡыттағыса  Асҡын мәғлүмәт үҙәге коллективы ла  ҙур теләк менән башҡорт теленән белемдәрен һынап ҡараны: кемдер   —  башланғыс кимәлде, кемдер —   башҡорт  телен яҡшы белгәндәр өсөн, ә кемдер төньяҡ-көнбайыш диалектында офлайн форматта  диктант яҙҙы.

“Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында  1-се урын яулап ҡайтҡан Төлгөҙбаш ауылы  вәкилдәре    лә  Асҡын мәғлүмәт үҙәге  коллективы менән бергәләп яҙҙы диктантты.

 37 йыл мәктәптә математика, немец теленән балаларға белем биреп, бөгөн хаҡлы ялда булған  Ғәмилә Ғәлимхан ҡыҙы Ғилмуллина,  Төлгөҙбаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мосалия Рәхимйән ҡыҙы  Фәтхуллина , балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Рәмилә Әнүәртдин ҡыҙы Әбдрәхимова,   ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Резида Камил ҡыҙы Кашбуллина   хис-тойғоларға бирелеп, мәктәп йылдарын, атай тәрбиәһе алып үҫкән бала саҡты иҫкә алып , башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: