Йәнтөйәк
-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты, Халыҡ-ара туған көндәр көнөнә арнап, “Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы” үткәрҙе.

Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы үтте
Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы үтте

Аҙналыҡ Рәсәй һәм сит илдән килгән студенттарҙың туған үзбәк, мари, удмурт, башҡорт, рус, татар, төркмән һәм таджик телдәрендә яңғыраған видеоҡотлауы менән башланды. 14 февраль “Жәлил Кейекбаев – башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы” темаһына сара ойошторолдо. Башҡорт-рус бүлегенең I курс студенттары үҙҙәренең сығыштарында Ж. Кейекбаевты атаҡлы тюрколог, күренекле яҙыусы, тәржемәсе булараҡ яҡтыртты, педагог булараҡ уның ысын кешелек сифаттарын асты. Шул уҡ көндө мари телендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.


Тел аҙналығы сиктәрендә факультет студенттары араһында “Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады” темаһына квиз ойошторолдо. Иң белемле команда тип 5-се курс студенттары билдәләнде.
“Бөйөк һәм мөһабәт” исеме аҫтында үткәрелгән викторина рус теленә дан йырланы.
“Татар теле – туган телем” квизы татар телле студенттарҙың күңеленә хуш килде.


XVIII быуаттың төркмән әҙәбиәте классигы шағир һәм аҡыл эйәһе Мәхтүмкули телендә һөйләшкән студенттарҙың осрашыуы үтте. Сара бөйөк шәхестең тыуыуына 300 йыл тулыуға арналды. Төркмән төркөмө студенттары туған телдәрендә шиғыр уҡыны, әҙәбиәт, тел мәсьәләләренә һөйләшеү алып барҙы.


21 февралдә илһөйәрлек темаһына арналған “Берҙәм ғаиләлә” шиғыр конкурсында төрлө телдә поэзия өлгөләре яңғыраны. Жюри һөҙөмтәләре буйынса Илсаф Ғирфанов — башҡорт телендә, Арина Мингәрәева рус телендә иң тасуири һөйләүсе тип билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта уҡыу залында “Минең Пушкиным” флешмобы үтте.


Аҙналыҡ программаһы фәһемле сараларға бай булып, студенттарҙың белемен тағы ла камиллаштырҙы һәм улар араһында милләт-ара татыулыҡты нығытты.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы үтте
Халыҡтар мәҙәниәте аҙналығы үтте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: