Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
27 Февраль , 18:55

Лайыҡлы алмаш үҫә

Бөгөн Асҡын 1-се урта мәктәбендә  Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап,  "Дихин уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Телһөйәрлек, илһөйәрлек менән һуғарылған сара быйыл өсөнсө тапҡыр һәләтле балаларҙы йыйҙы.

Лайыҡлы алмаш үҫә
Лайыҡлы алмаш үҫә

“Дихин шиғырҙарын яттан һөйләү”  номинацияһы буйынса уҡыусылар Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләне.

Уларҙың һәр береһе Ришат Марат улы яҙған  шиғырҙы шундай йәнле, тасуири итеп һөйләне. Залдағылар “афарин!” тип алҡышланы телһөйәр уҡыусыларҙы.

Бына улар:

Асҡын 1-се урта мәктәбенән -  Рината Хаматова, Әнүәр Мулләхмәтов, Әмир Хәсәнов, Радим Хажимәрҙәнов, Нурзидә Таһирова, Асҡын 2-се урта мәктәбенән – Тимур Рәжәпов, Азалия Шәйхетдинова,  Тамерлан Ғәлимйәнов, Ҡарткиҫәк мәктәбенән — Лениза Әхмәтханова, Ҡубияҙ мәктәбенән – Ильяс Әхмәтйәнов,  Урмияҙ мәктәбенән - Нияз Волков, Упҡанкүл мәктәбенән – Азат Рәжәпов, Розалина Ҡасимова, Ҡыйғаҙы мәктәбенән – Рәмзил Хәсәнов.

Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!

Наилә Имаева.

 

Лайыҡлы алмаш үҫә
Лайыҡлы алмаш үҫә
Читайте нас: