Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
27 Февраль , 19:20

Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар һоҡландырҙы

Ғаилә йылы һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә  өсөнсө тапҡыр үткән "Дихин уҡыуҙары" район конференцияһында «Дихинға эйәреп» номинацияһында сығыш яһаусы уҡыусылар туған телгә, Тыуған илгә, уҡытыусыларға, ата-әсәләренә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған үҙҙәре яҙған шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп уҡыны.

Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар һоҡландырҙы
Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар һоҡландырҙы

Бына ул талантлы уҡыусылар:

Ҡашҡа урта мәктәбенән - Салауат Хиләжетдинов;

Асҡын 1-се урта мәктәбенән – Ксения Николаева, Дилә Зыязтдинова,  Варвара Ханжина,

Асҡын 2-се урта мәктәбенән – Карина Дудкина, Искәндәр Лотфуллин, Яҙгөл Абрарова — улар Bright үҫеш студияһы тәрбиәләнеүселәре, Динә Солтанова;

Урмияҙ мәктәбенән – Русалина Ғәлиева.

Афарин, уҡыусылар! Был һәләтле балаларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!

Наилә Имаева.

Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар һоҡландырҙы
Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар һоҡландырҙы
Читайте нас: