Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
27 Февраль , 20:10

Афарин, йәш тикшеренеүселәр!

Тулыраҡ:

Афарин, йәш тикшеренеүселәр!
Афарин, йәш тикшеренеүселәр!

"Дихин уҡыуҙары" район конференцияһында «Ғилми-тикшеренеү эштәре» номинацияһында сығыш яһаусы уҡыусылар яҡташ сәсәнебеҙ, шағир Нурмөхәмәт Йомрани  һәм уның улы Кирәй Мәргәндең тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, бай йөкмәткеле ғилми-тикшеренеү эштәре яҙғайны.

Уларҙың сығышын  фото һәм видеолар менән тулыландырылған сағыу презентациялар тағы ла байытты.

 Бына ул талантлы, тырыш, телһөйәр уҡыусылар:

Асҡын 1-се урта мәктәбенән – Эвелина Ғилемшина,

Ҡышлауйылға урта мәктәбенән – Рәмилә Әхмәтғәлиева ,

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенән  - Әлфиә Нуриәхмәтова,

Ҡыйғаҙы мәктәбенән – Рәмзил Хәсәнов.

Афарин, уҡыусылар!

Был һәләтле балаларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: