Юлиәне мәктәптә маҡсатсан, тәүәккәл һәм бар яҡлап та һәләтле уҡыусы булараҡ беләләр. Уның бихисап конкурс-бәйгеләрҙә еңеүе үк тырыш уҡыусы икәнлеген дәлилләй. Йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай ул, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Яңы 2024 йыл күптән түгел генә башланһа ла, Юлиә Әсрарова район данын республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә лайыҡлы яҡлап өлгөрҙө лә инде.
Ғинуар башында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Быйыл унда Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан 287 уҡыусы ҡатнаша. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина, тест, диалог төҙөү, текст буйынса эш кеүек биремдәрҙе башҡара. Олимпиаданың район этабында еңеү яулаған Штәнде урта мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Әсрарова барлыҡ биремдәрҙе лә уңышлы үтәп, бәйгенең төбәк-ара этабында призер булды. Уға тантаналы шарттарҙа Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Юлиәнең был уңышында уның остазы Рәмзиә Вәлинурованың да тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада бишенсе йыл рәттән Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар һәм башҡа интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар ҡаралған.
Башҡорт теле буйынса олимпиаданың икенсе көнөндә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы башлана.
Ул баш ҡаланың Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика интернат-гимназияһында ойошторола. Юлиә был бәйгелә лә ҡатнаша. Тырыш ҡыҙ быға тиклем район этабында ла еңеү яулағайны.
Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала республиканың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан 131 уҡыусы үҙ белемен һынап ҡарай. Бәйге барышында улар өс бирем үтәй: викторина һорауҙарына яуап бирә, бирелгән темаға диалог төҙөй һәм телдән һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтә.
Олимпиада һөҙөмтәләре Юлиәгә йәнә уңыш алып килә: ул татар теленән дә республика олимпиадаһы призеры була!
Юлиәне был бәйгегә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Линеза Нуртдинова әҙерләгән. Тырыш ҡыҙ уҡытыусыһын уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында татар теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Ошо бәйгенең республика этабы призеры булараҡ, Юлиә бында ла Башҡортостан данын яҡланы. 22 төбәктән килгән 200-гә яҡын ҡатнашыусы араһында һәләтле уҡыусыбыҙ йәнә призер булды. Уға — Татарстан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының дипломы, ә остазы Линеза Фидүс ҡыҙына Грамота тапшырыла. Алда әле һәләтле ҡыҙыбыҙҙы ошо бәйгенең апрелдә шулай уҡ Ҡазанда үтәсәк халыҡ-ара этабы көтә. Бында ла Юлиә Әсрарова һынатмаҫ, тип ышанабыҙ!
Юлиә Әсрарова — ата-әсәһенең, туғандарының һәм уҡытыусыларының оло ғорурлығы. Уның киләсәккә пландары бихисап. Бар яҡлап та уңған ҡыҙҙың хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.