Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2023, 09:25

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы

Ҡәҙерле дуҫтар!  Бөгөнгө байрам  -  Башҡорт теле көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм телһөйәр уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары менән таныштырабыҙ.

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы

 

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, бөгөн, 14 декабрҙә, республикала Башҡорт теле көнө билдәләнелә. Сөнки  14 декабрь – башҡорт халҡының мәшһүр шағиры, бөйөк мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләтебеҙҙең 19 быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулланың (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы, 14 декабрь 1831 йыл – 8 октябрь 1895 йыл) тыуған көнө. Быйыл уның тыуыуына 192 йыл тула.  Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнай. Заманында уның ижады төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.

Бөгөнгө байрам көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабының һөҙөмтәләре менән таныштырабыҙ.

Был сара Асҡын  ауылының “Мельница” Балалар ижады үҙәгендә  үткәйне. Унда  мәктәп этабында еңеү яулаған  7-се- 11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Телһөйәрҙәрҙе  район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова сәләмләне һәм  уңыштар теләне.

Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирергә, яҙма тексты уҡып, бирелгән һорауҙарға яуап бирергә һәм тәҡдим ителгән темалар буйынса диалог төҙөргә тейеш ине. Барлығы 100 балл йыйыу мөмкин булды.

Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында 10-сы кластан  Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы  Азалия Шаһиева (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина),  9-сы кластан  Ҡашҡа урта мәктәбе уҡыусыһы Салауат Хиләжетдинов (уҡытыусыһы Ирина Мәснәүиева), 7-се кластан  Асҡын 2-се урта мәктәбенән Гүзәл Махатова (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина) еңеү яуланы.

 Ә  Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы  Ралина Ғайсина (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина) ,  7-се класс уҡыусыһы Динә Сафина (уҡытыусыһы Рәзифә Сәйәхинурова), Ҡубияҙ мәктәбенең 7-се класс  уҡыусыһы Анжелла  Вәлиева ( уҡытыусыһы Резеда Ғәлләмова) призер булды.

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында 10-сы класс уҡыусылары   Асҡын 2-се урта мәктәбенән Нургизә Рамазанова (уҡытыусыһы Вилена Фәтхетдинова), Асҡын 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы  Рәмзил  Шәйхинуров (уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова)  еңеү яуланы, ә Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Линара Зыятдинова (уҡытыусыһы Вилена Фәтхетдинова),  Асҡын 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Алһыу Миңлеғәлиева менән Альмир  Хафизьянов (уҡытыусылары Ләйсән Ғәйнелйәнова), Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары   Рәсүл Әлимов менән Урал Зиннәтуллин (уҡытыусылары Фирүзә Солтанова),  Тимур Рәхимйәнов  (уҡытыусыһы  Вилена Фәтхетдинова) призер булды.

Шулай итеп, 9-10-сы кластарҙа уҡыусы ете уҡыусы — башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе  Салауат Хиләжетдинов, Ралина Ғайсина,   Азалия Шаһиева,  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе  Нургизә Рамазанова, Линара Зыятдинова,   Алһыу Миңлеғәлиева, Альмир  Хафизьянов 15-16 декабрҙә олимпиаданың республика этабында 1-се турҙа  ҡатнашып, онлайн форматта жюри рәйестәре менән аралашып, телмәр үҫешен баһалаясаҡ. Әгәр ҙә улар   был турҙы уҙһа, Өфөгә  олимпиаданың йомғаҡлау турына барасаҡ.

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ, ә уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт белдербеҙ!

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада  Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы үткәргән олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә лә индерелгән.

Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Туған телебеҙҙе  һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, өйрәнәйек, рухыбыҙ сәңгелдәге итәйек!

Наилә Имаева.

 

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Читайте нас: