Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
4 Декабрь 2023, 14:27

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы үтте

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы

Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы үтте. Унда  мәктәп этабында еңеп сыҡҡан 7-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Телһөйәрҙәрҙе  район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Сафина сәләмләп,  уңыштар теләне. Уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирергә, икенсе турҙа яҙма тексты уҡып, бирелгән һорауҙарға яуап бирергә һәм тәҡдим ителгән темалар буйынса диалог төҙөргә тейеш ине. Барлығы 100 балл йыйыу мөмкин ине.

Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл олимпиадала көс һынашыусылар һаны былтырғыға ҡарғанда күберәк булып, 43 етте.

Бәйге бигерәк тә 9 -сы һәм 11-се кластар араһында сәмле барҙы. Сөнки нәҡ улар  Өфөгә барып, олимпиаданың республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

-         Быйыл уҡыусыларҙың төплө әҙерләнгәне һиҙелеп торҙо. Дәрес һаны аҙнаға бер тапҡыр ғына булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусыларыбыҙ уларҙы олимпиадаға әҙерләй алған. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙән дә һәләтле, сатнатып, күҙҙәрендә осҡон уйнатып башҡорт телендә яуап биргән, фекерҙәрен ҡыйыу әйтә алған балалар булыу мине ифрат ҡыуандырҙы, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты жюри рәйесе, РМО етәксеһе Тәфкиә Риф ҡыҙы Хәзиева.

-         Мин олимпиадала өсөнсө йыл рәттән ҡатнашам. Башҡорт теле – минең туған телем, уны өйрәнеү оҡшай. Миңә бигерәк тә викторина һорауҙарына яуап биреү ылыҡтыра. Республикабыҙ мәҙәниәтен, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса булған һорауҙар һәр саҡ ҡыҙыҡлы була, белемде камиллаштыра. Белмәгән һорауға ҡайтып, яуабын эҙләргә өйрәтә, - ти Абыҙ мәктәбенән килгән 9-сы класс уҡыусыһы Рәсүл Вәлиев.

Һөҙөмтәлә, олимпиадала 9-сы кластар араһында  Ҡариҙел 1-се  урта  мәктәбе уҡыусыһы Элина Тимербаева, Абыҙ  мәктәбе уҡыусыһы Винария Шәйехова еңеү яуланы.  Абыҙ мәктәбе уҡыусыһы Рәсүл Вәлиев, Ҡариҙел 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Ирина Ғилманшина, Әтнәш мәктәбе уҡыусыһы Аделина Әсләмова призер булды.

10- сы кластар араһында  Байҡы мәктәбе  уҡыусыһы Айгөл Хәмәтдинова һәм Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Линиза Сафина еңеү яуланы.

11-се кластар араһында  Хәлил урта мәктәбе уҡыусыһы  Светлана Мөбәрәкова —  еңеүсе,  Яңы Бәрҙәш урта мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Әйүпова  призер булды. Телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларға уңыштар теләйек!

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада  Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы үткәргән олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә лә индерелгән.


Гөлнара Солтанова.

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар һынатманы
Автор:
Читайте нас: