Бөрйән районында "Урал батыр" төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙән алып колледж студенттарына тиклем ҡатнаша. Урал батыр, Шүлгән, Аҡбуҙат, Һәүбән эҙҙәрен һаҡлаған төбәктә районыбыҙҙың телһөйәр, рухлы, илһөйәр уҡыусылары ла "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, уны сәхнәләштереү буйынса көс һынашты.
“Конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелеүе менән әһәмиәтле булды. Ул Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәк-өлкәләренән дә һәләтле балаларҙы бер майҙанға тупланы. Сара балалар, үҫмерҙәр, йәштәр ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән асылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов режиссеры булған тамаша береһен дә битараф ҡалдырманы: ул "Урал батыр" эпосының иң мөһим ерҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен тулы мәғәнәһендә сағылдырып бирҙе.
Тамашаға йыйылыусыларҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов сәләмләне. Ул Бөрйәндең ысын мәғәнәһендә тарих иле булыуын, Урал батыр, Бабсаҡ бей, Мәсем эҙҙәрен һаҡлауын билдәләне. "Урал батыр" эпосын башҡортмон тигән һәр кем йөрәгендә йөрөтөргә тейеш!" — тине ул.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан милли белем биреү идараһы етәксеһе Розалия Сәфиуллина сығыш яһаны, мәғариф министры Айбулат Хажиндан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
"Урал батыр" төбәк-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе өс көн барҙы. Беренсе көндә эпостан өҙөк сәхнәләштереү конкурсы булды. Унда беҙҙең Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡыусылары Инсаф Әхмәтғәлиев (Йәнбирҙе), Әлфиә Нуриәхмәтова (Йәнбикә), Рәмилә Әхмәтғәлиева (Һомай), Фидан Ҡазыханов (Урал), Илназ Фазылйәнов (Шүлгән) үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, Урал батырға тоғро булыуҙарын күрһәтте. Уларға республика мәғариф министры дипломдары тапшырылды.
Иртәгеһен "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр майҙан тотто. Был бәйгелә Солтанбәк урта мәктәбенән Динислам Суфиянов лайыҡлы сығыш яһап, юғары башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Ул да диплом, Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Бөрйәндең хозур тәбиғәтенә һоҡланып, дәртләнеп, төбәк-ара бәйгенән рухи байлыҡ алып ҡайттыҡ. Беҙҙе иҫән-имен йөрөтөп алып ҡайтҡан водителебеҙ Флүр Ноғомановҡа һәм балаларҙы әҙерләшергә ярҙам иткән Римма Хафиз ҡыҙы Нуриәхмәтоваға һәм мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтовҡа рәхмәтемде еткерәм", — тип тәьҫораттары менән бүлеште балаларҙы бәйгегә әҙерләп алып барған Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова.
Иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы булған "Урал батыр" эпосын ятлап, уны мәртәбәле бәйгелә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, Асҡыныбыҙҙы лайыҡлы күрһәткән телһөйәр уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт. Балалар күңелендә Урал батыр рухын һүрелтмәй, киләһе бәйгегә тағы ла ярыш сәмен арттырып, дәртләнеп сығыш яһарға яҙһын.
Наилә Имаева.