Бөтә яңылыҡтар

Туған тел һағында тороусылар кәңәшләште

Бөгөн Салауат районында район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методистары, белгестәре, мәктәп директорҙары урынбаҫарҙары һәм методик берекмә етәкселәре өсөн йомғаҡлау семинар-кәңәшмәһе үтте.

Туған тел һағында тороусылар кәңәшләште
Туған тел һағында тороусылар кәңәшләште

Сара сиктәрендә дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡарала. 2022-2023 уҡыу йылына йомғаҡ яһала.
Асҡын районынан башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина ҡатнаша.
- "Аҡылфест" тимбилдингында 7 команда ҡатнашты. 7 пункта 7 эш төрө булды. Мәктәп йорто буйлап шуларҙы үтәнек (бирелгән һүҙҙәр менән шиғыр төҙөү; төп дәүләт имтиханы менән бәйле эш төрө; әкиәтте сәхнәләштерҙек; дәрес этаптарын дөрөҫ төҙөргә; приказдағы номер, даталарҙы төҙәтергә...) һәр бер эш төрөн пунктта эшләгәс, һәр бер ете пунктта хәреф бирҙеләр. Аҙаҡтан пункттарҙы үткәс, ошо хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә кәрәк ине. Мин ҡатнашҡан команда 2-се урын алды. Башта сығыштар булды, аҙаҡта - экскурсия, — тип хәбәр итте Эльвира Ғәли ҡыҙы.
Наилә Имаева.

Туған тел һағында тороусылар кәңәшләште
Туған тел һағында тороусылар кәңәшләште
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: