Төп сара район хакимиәте залында уҙҙы. Унда район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт, китапхана, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, "Мельница" Балалар ижады үҙәге, редакция хеҙмәткәрҙәре һәм үҙен телһөйәр, илһөйәр тип һанаған райондаштарыбыҙ ҡатнашты. Район Мәҙәниәт йортоноң Ризида Ғәлимова етәкләгән “Ак калфак” халыҡ фольклор коллективы иһә сағыу милли кейемдәрҙә килеп, сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Айгинә Ғәләүетдинова Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова етәкселегендә күңелдәргә милли рух өҫтәп, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын шундай матур итеп башҡарҙы. Акцияла ҡатнашыусылар уны шунда уҡ күтәреп алып, бергәләп йырланы.
Диктант яҙырға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева сәләмләне һәм асҡындарҙың йыл да бындай акцияларҙа иң әүҙемдәре булыуын билдәләп, был юлы ла уңыштар теләне.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова акцияның шарттары тураһында ентекле һөйләп, диктант яҙыу тәртибе менән таныштырҙы.
Артабан һәр кем үҙенең башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса диктант яҙҙы.
Башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн “Уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелә” тигән диктант тексын «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023» төбәк-ара конкурсының «Педагогик перспектива» номинацияһында еңеүсе Ильяс Жарҡымбәк улы Һағынбәк уҡыны.
Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн “Атайсалым — иң ҙур хазинам” тигән тексты Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов уҡыны.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн”Батыршаның музейында” тигән тексты Яңауыл районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов уҡыны.
“Беҙҙең районда мәғариф учреждениеларында барыһы 19 урында майҙансыҡтар теркәлгәйне. Йылдағыса башҡорт теленән диктант яҙыу сараһы юғары кимәлдә ойошторолдо. Һәр учреждениела был акция ҙур байрам һымаҡ үтте. Сара башланғансы башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ.
Ошондай саралар үткәреү телебеҙҙе ҙурлау, һаҡлау, танытыу йәһәтенән күберәк һөҙөмтә бирә", - тине район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected] йәки телеграм-бот https://t.me/bash_dictant_bot, эштәр 23 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.
Ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар ебәреләсәк.
Наилә ИМАЕВА.