Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
15 Апрель 2023, 09:05

Башҡорт теленән диктантты кемдәр уҡыясаҡ?

Улар араһында ҡаҙаҡ милләтле башҡорт теле уҡытыусыһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры, Яңауыл районы хакимиәте башлығы бар.

Башҡорт теленән диктантты кемдәр уҡыясаҡ?
Башҡорт теленән диктантты кемдәр уҡыясаҡ?

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән берлектә йыл һайын “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһын уҙғара.

Йыл һайын диктантты республиканың танылған сәйәсмәндәре, артистары һәм йәмәғәт лидерҙары уҡый. 2023 йылда был яуаплы бурыс бына кемдәргә ышанып тапшырыла:

- башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023» төбәк-ара конкурсының «Педагогик перспектива» номинацияһында еңеүсе Ильяс Жарҡымбәк улы Һағынбәк.

- Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Быйылғы йыл илебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде, шуға күрә ошондай ҙур сарала диктант уҡыу минең өсөн оло хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Халыҡ-ара акцияла ябай башҡорт теле уҡытыусыһының ҡатнашыуы абруйын күтәрә һәм уҡытыусы һөнәрен популярлаштырыуға булышлыҡ итә тип иҫәпләйем. Был акцияла мин үҙем дә йыл һайын ҡатнашам һәм бығаса диктантты яҡшы һөҙөмтәләргә яҙҙым, - тип аңлатма бирҙе Ильяс Жарҡымбәк улы.

- Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов;

- Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн Яңауыл районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл акция 20 апрелдә үтә. 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, тура эфир башлана.

- Сәғәт 11-ҙән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

- сәғәт 11.30-ҙан 12.00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

- 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн диктант текстары уҡыла.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected]  йәки телеграм-бот https://t.me/bash_dictant_bot, эштәр 23 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.  

Ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар ебәреләсәк.

Фото: “Башҡортостан” гәзите төркөмөнән, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-04-14/bash-ort-telen-n-diktantty-kemd-r-u-yyasa-3221314?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

Читайте нас: