Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2023, 15:25

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “XV Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Башҡортостандың 36 район һәм 11 ҡалаһынан 150 уҡыусы, 17 студент, 25 уҡытыусы һәм тәрбиәсе ҡатнашты.

Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

“XV Кейекбаев уҡыуҙары” Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары һәм Стәрлетамаҡ ҡала округының мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарылды.

Конференция эшендә ситтән тороп Ҡазахстан Республикаһының Жубанов исемендәге Аҡтүбә региональ университеты студенттары, Үзбәкстан Республикаһының Учкудук ҡалаһынан 10-сы мәктәп, Хакасия Республикаһының Абакан ҡалаһынан милли гимназия-интернат уҡыусылары ла ҡатнашты.

Конференцияла фән юлына тәүге аҙымдар яһаусы уҡыусылар һәм студенттар туғыҙ секцияла ҡыҙыҡлы асыштар менән сығыш яһаны.

Башҡорт теленә арналған “Көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла…” ижади конкурсҡа йомғаҡ эшләнде.   

Конференция сиктәрендә республика уҡытыусылары Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Күп мәҙәниәтле мөхиттә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереүҙә инновацион моделдәр” конкурсында көс һынашты.

“Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған башҡорт теленә өйрәтеү” һөнәри конкурсында тәрбиәселәр эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Конференцияла Мишкә 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите хәбәрсеһе Лилиә Хәсәнова ла ҡатнашты һәм “Күп мәҙәниәтле мөхиттә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереүҙә инновацион моделдәр” конкурсында 3-сө урын яулап, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бүләкләнде.

Лилиә Мәүлит ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм балаларға туған телде өйрәтеү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү эшендә ҙур уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: