Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2023, 21:40

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан

Асҡын 2-се урта мәктәбендә фәһемле саралар үтә.  

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан
Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан

Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, районыбыҙ мәктәптәрендә береһенән-береһе фәһемлерәк саралар уҙа. Асҡын 2-се урта мәктәбендә лә милли рух тантана итә.

Башҡорт теле уҡытыусылары Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова 2-се г класында “Ҡышҡы уйындар” темаһына асыҡ дәрес күрһәтһә, Рәзифә Исмәғзәм ҡыҙы Сәйәхинурова уҡыусылар менән әҙәби-музыкаль монтаж әҙерләй, шиғыр һөйләү буйынса конкурс ойоштора, ә Фирүзә Хәлил ҡыҙы Солтанова балалар менән викторина үткәрә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт телендә шиғырҙар ятлап, тасуири итеп һөйләй, һорауҙарға яуап бирә.

Уҡыусылар туған телде өйрәнергә, һаҡларға, күберәк китап уҡырға кәрәклеге тураһында фекер алыша, һығымта яһай, уҡытыусыларҙың фәһемле кәңәштәрен хәтерҙәренә һалып ҡуя.

Наилә Имаева.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан
Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан
Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан
Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан
Читайте нас: