Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
4 Февраль 2023, 10:25

"Киске Өфө" гәзитен яратып уҡый асҡындар

Асҡында үткән “Ҡот һәм бәрәкәт – милли кейемдәрҙә” тигән район-ара семинар сиктәрендә “Киске Өфө” республика гәзитенә лә яҙылыу ойошторолдо.

"Киске  Өфө" гәзитен яратып уҡый асҡындар
"Киске Өфө" гәзитен яратып уҡый асҡындар


"Киске Өфө" гәзитен сыға башлаған мәленән башлап алдырып, башынан аҙағына тиклем бөтә мәҡәләләрен дә уҡып барам. "Киске Өфө" минең иң яратҡан, мауығып уҡый торған гәзитем. ... Һәр һанын һағынып, көтөп алам уның. Был баҫма минең милләтем, халҡым, телем, ерем ғәмен, яҙмышымды, киләсәгемде хәстәрләүсе. ... Бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәрен ҡалдырмай уҡыйым, ейәндәремә лә аңлатып бирергә тырышам. Фәһемле кәңәштәрҙе, елле фекерҙәрҙе күңел һандығына һалып барам. Ағинәйҙәр менән төрлө саралар үткәргәндә лә ҡулланам, уларға ла һөйләйем. Республика ағинәйҙәр эшен дә баҫманан уҡып, күҙәтеп барам. Үҙемә фәһем алам, тәжрибә лә ниндәйҙер кимәлдә туплана, - тине “Киске Өфө” гәзитенең тоғоро дуҫы, мәғариф хеҙмәте ветераны, Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе әүҙем, рухлы ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина.

Был көндө районыбыҙ ағинәйҙәре, яҙылып өлгөрмәгән башҡорт теле уҡытыусылары ла “”Киске Өфө” гәзитенә яҙылып ҡыуанды.

Почта хеҙмәткәре Эльвира Сәрүәрова һәр кемгә шунда уҡ квитанция тултырып, эште уңышлы ойошторҙо.

Наилә Имаева.

 

"Киске  Өфө" гәзитен яратып уҡый асҡындар
"Киске Өфө" гәзитен яратып уҡый асҡындар
Читайте нас: