Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Ғинуар 2023, 22:45

Афарин, Милана!

Телһөйәр ҡыҙҙы һәм уның етәксеһен ҡотлайбыҙ!

Афарин, Милана!
Афарин, Милана!

 12-13 ғинуарҙа Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабы уҙҙы.
Олимпиадала Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы  -  11-се   класс уҡыусылары ҡатнашты.
Олимпиаданы ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.
Олимпиадала ҡатнашыусылар эштәрҙе өс турҙа башҡарҙы. 2022 йылдың декабрендә үткән беренсе турҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен белеү кимәлен күрһәтте. 12 ғинуарҙа үткән икенсе һәм өсөнсө турҙарҙа ҡатнашыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һәм тест, текст буйынса эш кеүек яҙма эштәрҙе үтәне.
Иҫке Балтас ауылынан 10-сы класс уҡыусыһы Тимуршина Милана төбәк-ара олимпиада призеры булды һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Милананы һәм уның етәксеһе Әнүәрова Гөлназ Рәмил ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Бөгөн, 2023 йылдың 13 ғинуарында, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә был олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары өҫтәмә рәүештә 10 балға тиклем балл ала.

Гөлназ Ғәлләмова.

Афарин, Милана!
Афарин, Милана!
Афарин, Милана!
Читайте нас: