Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2022, 11:45

Мишкәлә башҡорт теле тантана итте

Сара башҡа милләт вәкилдәре араһында башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды.

Мишкәлә башҡорт теле тантана итте
Мишкәлә башҡорт теле тантана итте

#БашҡортТелеКөнө2022 #МишкәРайоны#
Башҡорт теле көнө алдынан Мишкә мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә тематик сара уҙҙы. Сара башҡа милләт вәкилдәре араһында башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды.
Район етәкселеге исеменән ҡунаҡтарҙы Мишкә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Лариса Александрова һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов сәләмләне. Сараның абруйлы ҡунаҡтары- БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Эльмира Саматова, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Рәзилә Рәхмәтова, шулай уҡ латыш, мишәр һәм удмурт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре булды.
Был көндө залда башҡорт телендә йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны, милли башҡорт бейеүҙәре башҡарылды. Программала Мишкә районында тыуып үҫкән, башҡорт телен бөтә донъяға танытҡан шәхестәргә айырым иғтибар бүленде. Улар араһында – башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир Шәйехзада Бабич, бөтә илгә билдәле драматург Флорид Бүләков, фольклорсы Кирәй Мәргән, яҙыусы Али Карнай. Мишкә районының тыуған яҡты өйрәнеүселәр рәйесе Ильяс Яхин Шәйехзада Бабичтың Мишкә тамырҙары хаҡында һөйләне.
Латыш тарихи – мәҙәни үҙәге «Туған тел-халыҡ тарихы» күргәҙмәһен ойошторҙо, мишәр тарихи -мәҙәни үҙәге халыҡ кухняһын тәҡдим итте, удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе йыйылыусылар менән «Тирмә» башҡорт халыҡ уйынын үткәрҙе. Бынан тыш, ҡунаҡтар тамашасыларға үҙҙәренең сағыу сығыштарын – йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар бүләк итте.
Сара Мишкә районының гимнын башҡорт телендә башҡарыу менән тамамланды.

Лилиә Хәсәнова.

Читайте нас: