Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2022, 10:45

“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”

Башҡорт теле көнөндә иң элек башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, үҙ эшен яратып башҡарған, уҡыусыларының уңыштарынан көс алып, алға барған уҡытыусыларҙы аяғүрә тороп алҡышларға кәрәктер.  

“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”
“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”

Шөкөр, шундай остаздарыбыҙҙың береһе,  Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә 34 йыл инде әсә теленән балаларға белем бирә, телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Байрам уңайынан, шулай уҡ киләһе йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы буласағын иҫтә тотоп, Зилиә Туҡтағол ҡыҙы менән уның педагогик эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшеп алдыҡ.

-       Әлегеләй хәтеремдә, вайымһыҙ бала саҡ, күңелле студент йылдары һәм яңы хеҙмәт юлын башлаған ваҡыттар... Тап 34 йыл элек, Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәш белгесте, ул ваҡытта район мәғариф бүлеге етәксеһе Айрат Мансур улы Кәбиров, үҙемдең тыуған ауылыма, Шамрат һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә тәғәйенләне.  Үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларым мине бик йылы ҡаршы алды, директор Әғләм Әхмәтхан улы (урыны ожмахта булһын!) шул ваҡытта уҡ миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытырға оло юлға фатихаһын бирҙе, - тип хәтерләй Зилиә Туҡтағол ҡыҙы.

  -     Хеҙмәт юлымды бөгөнгәсә шунда дауам итәм. Ул ваҡытта яңы коллективҡа кереп китеү шулай уҡ әллә ни ауыр булманы. Үҙ итеп ҡаршы алған хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Бында миңә ябай уҡытыусынан директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары булып та, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып та эшләргә тура килде. Ниндәй вазифала булыуыма ҡарамаҫтан, туған телде уҡытыуға мөнәсәбәт кәмемәне, киреһенсә, арта ғына барҙы. Артҡа боролоп ҡараһаң, ҡасандыр үҙем уҡытҡан уҡыусыларым, бөгөн үҙҙәре төрлө урында хеҙмәт итә, шулар араһынан фәҡәт минең юлымды дауам итеүселәренә икеләтә рәхмәтлемен, тырышлығым бушҡа булмаған тип шатланам. Уларҙың уңышы миңә оло ҡыуаныс бирә, - тип дауам итә ул.

Эйе, заманында төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу, олимпиадаларҙа йөрөү, республикабыҙҙың төрлө урындарына ойошторолған экскурсиялар береһе лә эҙһеҙ генә үтмәй. Кистәрен түңәрәктәрҙә төрлө сараларға әҙерләнеү, сәхнә әҫәрҙәре менән мәктәптә генә түгел, балалар баҡсаһында сығыш яһауҙар, мәктәп гәзите сығарыу булһынмы, һәр ҡайһыһын тик күңелле хәтирәләр менән иҫкә ала Зилиә Туҡтағол ҡыҙы.

  Үҙенең педагогик үҫеш мәлендә оло ҡәнәғәтлек татыған бәйгеләрҙең береһе йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы булған. Улар тәү башлап 2003 йылда ҡатнашҡан. Эпосты ятлау, сәхнәләштереү кеүек сараларҙан еңеүҙәр менән ҡайтыу уҡытыусыбыҙға тик яңы ҡанаттар ғына өҫтәй!  Зилиә Ғиндуллина 4600 юлдан торған эпосты  тулыһынса ятлаған уҡыусыһы Ғүмәрова Әлмира менән хаҡлы ғорурлана. Шулай уҡ бер шағирҙың тиҫтә генә түгел, 120 шиғырын ятлап юғары баһа алған уҡыусыһы Лилиә Исламғәлинаның уңышын да башҡаларға өлгө итеп ҡуя ул. Ә Фәттәева Алина үҙе ижад иткән ҡобайыр менән сығыш яһай һәм “Урал батыр”эпосы буйынса үткәрелгән викторинала оло еңеү яулай.

Республикабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусылар-уҡытыусылар араһында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек рухындағы төрлө бәйгеләр йыш ойошторола. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһендәге хеҙмәттәштәре  “Зилиә Туҡтағол ҡыҙының эшен юғары баһалап,   төрлө дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙарын, сертификаттарҙы “көрәп” ала, тип шаяртырға яраталар.

“Аҡмулла вариҫтары”, “Туҡай моңдары” конкурс – фестивалдәре, “Совенок” фәнни-ғәмәли конференцияларында бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, матур күрһәткестәргә ирешеү, уҡыусыларым менән бергә сәхнәгә күтәрелеп З.Биишева, М.Кәрим ижады буйынса уҙғарылған республика ярыштарында сығыш яһап, еңеп ҡайтыуҙар, башҡорт КВН-ынында ла “Йәшел ҡалҡан” командаһы менән үҙ эҙебеҙҙе булдырыу беҙгә тик дәрт һәм илһам өҫтәне. “Заманса дәрес” республика конкурсында алынған призлы урындар федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҙғарылған дәрес өлгөләренән ғибәрәт. Ҡасандыр эшемде үҙебеҙҙең мәктәп базаһында үткән республика конференцияһында асыҡ дәрес күрһәтеүҙән башлап, ике тапҡыр “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарында ҡатнашыу дауам итһә, баш ҡаланан килгән яҙыусылар менән бер рәттән үҙебеҙҙең ерлектә тыуып үҫкән яҡташ шағирҙар менән осрашыу кисәләре шуларҙың дауамы булып тора. Башҡортса сыҡҡан матбуғат баҫмаларына яҙылып, уҡыусыларымда ла ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙы төрлө конкурстарға йәлеп итеү, бүләктәр алыуға өлгәшеү, әлбиттә, кәрәкле эш тип һанайым. Бөгөн килеп, дистанцион үткәрелгән күп ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмайбыҙ, ә оло еңеүҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Һуңғы өс йыл һөҙөмтәләрен генә алғанда ла, уҡыусылар менән ижади конкурстарҙа бик күп уңыштырға ирештек, айырыуса Ғәлләмова Линиза, Хөпөтдинова Розалина, Ильясова Ләлә, Ғәйнетдинова Азалия. Фәттәева Әлмира, Сәмиғуллина Гүзәл кеүек уҡыусыларымдың өлөшө һиҙелерлек булды, - ти инде бай тәжрибә туплаған остазыбыҙ.

Бынан тыш мәктәп кимәлендә лә маҡсатлы эштәр алып бара ул. Башҡортостан Республикаһы йылдарҙы исемләп үткәрә башлағас, йылды тантаналы асыу, ябыу саралары ла Зилиә Туҡтағол ҡыҙының эшмәкәрлегендә сағыу урын алып тора. Яңы Бәрҙәш мәктәбендә  1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөн ғаилә сығыштары менән аралаштырып, уларҙы төрлө номинацияларҙа бүләкләү йолаға әйләнеп китте.  Йыл аҙағында уҡыусыларҙың бөтә уңышын барлап үткәрелгән “Йондоҙҙар парады” кисәһенең сценарийҙарын төҙөү ҙә уның иңендә ята. Ауылдағы “Һабантуй”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрам сараларын әҙерләгәндә уҡытыусыбыҙ күберәк үҙҙәренең ерлегендә төшөрөлгән билдәле видеоклиптарҙы, ижад ителгән йырҙарҙы ҡулланып, матур итеп алып бара.  Зилиә Туҡтағол ҡыҙы мөмкин тиклем уҡыусыларын төрлө экскурсияларға йөрөтөргә тырыша. Мәҫәлән, улар Өфө ҡалаһына барып, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектакль ҡараған, легендар Салауат Юлаев һәйкәленә барған. Батыр эҙҙәре буйлап Салауат районындағы мәмерйәгә лә сәйәхәт ҡылғандар.

Шундай баҫалҡы ла, талапсан да, тырыш та уҡытыусының фәнен сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда һис икеләнеүһеҙ һайлап алалар һәм уңышлы тапшыралар ҙа. Мәҫәлән, Ғүмәрова Әлмира 81 балға өлгәшкән. 9-сы кластан һуң да  башҡорт теленән имтихан тапшырыусылар һаны артҡан, улар ҙа 100% өлгәшлек күрһәткән.

З.Т.Ғиндуллинаның тырышлығы райондың мәғариф бүлегендә яҡшы беләләр, уның фоторәсеме алдынғы уғытыусыларҙың Почет таҡтаһында тора. Юғары ҡаҙаныштары өсөн БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. 2012 йылда “Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеп сыҡты.

“Ғөмүмән, яңынан һөнәр һайлауға мөмкинлек сығып, кем булыр инең, тип һораһалар, бер ҙә икеләнмәйенсә “Уҡытыусы” тиер инем, сөнки үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”– тип белдерҙе Зилиә Туҡтағол ҡыҙы.

Быйылғы уҡыу йылында, ноябрҙә Зилиә Туҡтағол ҡыҙы 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне, тағы ла беренселәй өләсәй булыу бәхетен татыны. Беҙ уны ихтирам итеп, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр эшендә, башланғысында ышанысы, терәге, ғүмер юлдашы Айҙар Ғәйфулла улы менән тормош һуҡмағынан тигеҙ атлауҙарын теләп ҡалабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”
“Үҙем һайлаған юлым – күңел талабым!”
Читайте нас: