Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2022, 09:05

Афарин, Гүзәл!

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы туған телебеҙ — башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә.

Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!

 Башҡорт телебе донъяла  иң матур телдәрҙең береһе  һанала. Ошо матур ҙа, наҙлы ла, моңло ла туған телебеҙҙе өйрәнеп,  ошо телдә матур итеп  һөйләшкән, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешкән уҡыусылар иһә ысын мәғәнәһендә ғорурлығыбыҙ. Шундай һәләтле, илһөйәр уҡыусыларҙың береһе —֫ Гүзәл Ғәлимбәкова.

Гүзәл Асҡын 2-се урта мәктәбенең  5-се класында  белем ала. Ул үҙенең телһөйәрлеге, тырышлығы менән айырылып тора.  Башланғыс кластарҙа   тик “5”ле билдәләренә өлгәшә ( уҡытыусыһы Гөлшат   Ғәзнәүи ҡыҙы Фәхрисламова). Әле лә Гүзәл алдынғылыҡты бирмәй, яҡшы уҡый, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша.  Һәләтле ҡыҙ  быйыл  «Урал-батыр»  эпосын яттан һөйләүселәрҙең XIII Халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, үҙенең йәш категорияһында 1-се урын яуланы. 

“Гүзәлде башланғыс кластарҙан алып уҡытам. Бик тырыш, маҡсатсан ҡыҙ. Ҡушылғанды еренә еткереп үтәй. Тәүҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, хәҙер туған тел булараҡ  уҡый. Башҡорт телендә конкурстарҙа ла ҡатнаша башланы.  Телмәре бик таҙа, тауышы яғымлы. Уның һөйләгәнен туҡтамай тыңларға була. Әсәһе лә ҡыҙы менән  өйҙә  шөғөлләнә,  берҙәмлек булғас, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй”, — ти телһөйәр уҡыусыһы хаҡында  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзифә  Исмәғзам ҡыҙы Сәйәхинурова.  

 Гүзәлгә артабан да шулай әүҙем, телһөйәр булып,  башҡорт телен тағы ла төплөрәк өйрәнеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!
Читайте нас: