Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
11 Декабрь 2022, 17:20

Телебеҙҙең киләсәге хаҡына  

Асҡын районы башҡорттары Кесе ҡоролтайы рәйесе, Ҡашҡа урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Салауат Хиләжетдиновтың (етәксеһе Ирина Мәснәүиева) сығышын  сайтыбыҙға инеп уҡый һәм видеояҙманан тыңлай алаһығыҙ.

Телебеҙҙең киләсәге хаҡына
Телебеҙҙең киләсәге хаҡына  

Тел - һәр милләттең оло хазинаһы. Телен һаҡлаған илен һаҡлар, ти, халыҡ. Илен, милләтен һаҡлар өсөн халыҡ иң элек телен һаҡларға тейеш. Районыбыҙҙа “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә .

Беҙ, уҡыусылар, башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнәбеҙ. Укыусылар әленән-әле республика бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа, төрлө  ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең уңыштары менән районыбыҙҙың данын күтәрә.

Беҙҙең тиҫтерҙәр төрлө интернет-олимпиадаларҙа, интернет-конкурстарҙа теләп ҡатнаша. Асҡын 1-се урта мәктәбенең 5-се класс  уҡыусыһы Хәсәнов Әзиз Ш.Бабичтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған “Халҡым өсөн”  шиғыр һөйләү конкурсында 1-се, ошо уҡ конкурста Ҡубыяҙ мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Тимерйәнова Ангелина 3-сөУпҡанкүл  мәктәбенән Хәжимуллина Эвелина   “Башҡорт мозаикаһы"  Бөтә Рәсәй фестивалендә 3-сө, Яңы Ҡаҙансы уҡыусылары  “Театр Проф” әкиәттәр һәм пьессалар яҙыу республика  конкурсында Арменшин Реналь 1-се, ә Хәсәнова Нурия 2-се урын яуланы. Ошондай интернет конкурстарҙа ҡатнашыу   уҡытыу сифатын күтәреүгә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде ѳйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” – кешелек ҡаҙанышы” халыҡ-ара конкурсында ла  йыл һайын теләп ҡатнашабыҙ, тырышлығыбыҙ юҡҡа түгел, һәр йылды призлы урындар яулай асҡындар. Үткән уҡыу йылында ла Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Хәсәнова Назгөл 1-се, Асҡын 1-се мәктәбенән Таһирова Нурзидә һәм Ғәлиев Мурат 4-се дәрәжә дипломдарына лайыҡ булды.

Һаумы, һаумы, әкиәт!” Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсында Яңы Ҡаҙансы уҡыусылары яҡшы  һөҙөмтә күрһәтеп, диплом менән бүләкләнде. Ә Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Хәйруллин Юлай һәм Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ибраһимова Илнара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында еңеп, республика күләмендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Районыбыҙҙа башҡорт телен пропагандалауға, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, шәжәрәләребеҙҙе тергеҙеүгә, халҡыбыҙҙы милли асылына ҡайтарыу буйынса ла бик күп көс һалына.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны тигән үҙенсәлекле сара иғлан итте. “Ете аҙым” марафоны районыбыҙҙа бик йәнле үтте.Уның сиктәрендә барлыҡ мәғариф һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа береһенән-береһе йәнле, бай йөкмәткеле саралар уҙҙы. Видеомарафондар, акциялар, онлайн осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр, фильмдар ҡарау һәм башҡа төрлө саралар аша уҡыусылар иман байлығы, күңел матурлығы, аҡыл, шөкөр итә белеү, әҙәпле, сабыр булыу, ихласлыҡ кеүек ҡиммәттәр тураһында бай мәғлүмәт тупланылар.

Күренекле шәхесебеҙ Ришат  Марат улы Дихиндың тормош юлын  өйрәнеү, ижадын танытыу маҡсатында ла  районыбыҙ мәктәптәренең уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында “Дихин уҡыуҙары”  ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Тәүге номинация буйынса башҡорт теле уҡытыусылары Ришат Марат улының тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙһа, икенсе номинацияла уҡыусылар Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләне һәм үҙҙәре лә уға эйәреп шиғыр яҙҙы. Конференцияла бөтәһе 50 уҡыусы ҡатнашты. Ә иң-иңдәре булған 12 бәйгесе Урмияҙ  ауыл мәҙәниәт  йортонда үткән Ришат Марат улының  хәтер кисәһендә  сығыш яһаны һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән   бүләкләнде.

Ошолай уҡ төп сараларҙың береһе булып- районыбыҙҙа “Урал батыр” мәктәбе төҙөлдө, балалар башҡорт ҡоролтайы эш башланы. Балалар ҡоролтайының ағзалары итеп мәктәп уҡыусылары һайланды, ә Ҡоролтайҙың рәйесе мин, Салауат Хиләжетдинов һайландым. Ошондай мәртәбәле сарала ла   уҡыусыларыбыҙ һынатманы . Тыуған ер, тыуған ил, туған тел   тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене... шундай рухлы итеп сығыш яһаусы балаларыбыҙ килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

Эйе,  башҡорт телен үҫтереү маҡсатында күп кенә эштәр алып барыла. Милли кейемдәр көнө, Башҡорт теле көнө, Халыҡ-ара туған телдәр көнө, апрель айында башҡорт теленән региональ диктант яҙыу кеүек сараларҙа йылдан-йыл беҙ оло теләк менән ҡатнашабыҙ.  Ғөмүмән, туған телдәрҙә, бигерәк тә башҡорт телендә, төрлө кимәлдәге саралар йыл әйләнәһенә үтә. Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәрҙе лә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла, сөнки балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Мин үҙемдең телемдә иркен һөйләшә алыуым, туған телемде һөйөүем менән атай-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Беҙ өйҙә туған телебеҙҙә аралашабыҙ, һәм мин атай-әсәйемә үҙебеҙҙең Балыҡсы ырыуы диалектында “Инәй, әтәй!” тип әйтә алыуым менән ғорурланам! Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең синыфташтарым араһында ла, мәктәптәге башҡа уҡыусылар араһында ла  күп ваҡыт рус телендә аралашып, үҙҙәренең ата-әсәһен “Мама, папа!”- тип йөрөүҙәрен ишетеп йәнем көйә. Ни өсөн беҙ шул тиклем матур, моңло телебеҙҙе башҡа телгә алмаштырырға тейешбеҙ.  Ҡайһы бер ата-әсә, туған телде өйрәнеү баланың өлгәш кимәленә насар йоғонто яһай, ваҡытты ала, тип һанай. Был фекер менән мин килешә алмайым. Туған телем минең уҡыуыма тик яҡшы яҡтан тәьҫир итә. Мин тик бишле билдәләренә генә өлгәшәм. 

Бер телде өйрәнеү икенсе телде өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, этәреш бирә. Бары тик туған телде белеп кенә икенсе бер халыҡтың менталитетын аңлап, мәҙәниәтен хөрмәт итеп була. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ һәм башҡорт телендә үткән сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Туған телебеҙҙе белеү, үҙ телебеҙҙә аралашыу беҙҙең күңелебеҙҙе байыта, рухыбыҙ күтәрелә.  Дуҫтарым, милләтебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда икәнлеген белеп, телебеҙ менән ғорурланып йәшәйек. Республикабыҙҙа  туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттарҙа тыуҙырылған: башҡортса интернет ресурстар, заманса йыһазландырылған кабинеттар, сағыу дәреслектәр, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар бар. Ә башҡорт теле уҡытыусыларыбыҙ йәнле дәрестәре, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс кластан тыш саралары менән беҙгә ярҙам итәләр, тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындыралар.  Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теленең дәрәжәһен күтәреү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. 

Шуныһы ҡыуаныслы, республика, регион-ара, Бөтә Рәссәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа,олимпадаларҙа районыбыҙҙың данын яҡлаған телһөйәр, илһөйәр инде мәктәпте бөтөп сығып киткән уҡыусылар ҙа  киләсәк яҙмыштарын туған тел менән бәйләйҙәр. Районыбыҙ мәктәптәрен тамамлаусы уҡыусыларыбыҙ Хәйруллин Юлай һәм Шабаева Регина Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына башҡорт филологияһы факультетына, Дилә Хәжиәкбәрова  Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына журналистика бүлегенә уҡырға инделәр.Киләсәктә лә тырышып уҡып, илебеҙгә, республикабыҙға, районыбыҙға кәрәкле шәхестәр булып, туған телебеҙ  йәшәһен, сәскә атһын өсөн күп көс һалырҙар, тип ышанабыҙ.       

   Ә беҙ, әлеге мәктәп укыусылары, үҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, бөтә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә халыҡ-ара башкорт халык эпосы Урал батыр – кешелек ҡаҙанышы” бәйгеһе быйыл 13 тапҡыр үткәрелде. Был конкурста  бик куп уҡыусылар ҙур теләк менән көс һынашты. Конкурс  башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә үтте. Ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде, ә Иҫке ҡаҙансы уҡыусыһы Латыпов Ильяс Гран-при яуланы. ( Киләсәктә лә ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашып, тыуған еребеҙҙе данлап, телеҙҙе милли рухыбыҙҙы һаҡлап йәшәйек.  

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: