Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
11 Декабрь 2022, 16:55

Башҡорт телендә һөйләшәм!

Асҡын районы башҡорттары Кесе ҡоролтайы ағзаһы, Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Вилназ  Ахуновтың сығышын (етәксеһе Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина) сайтыбыҙға инеп уҡый һәм видеояҙманан тыңлай алаһығыҙ.

Башҡорт телендә һөйләшәм!
Башҡорт телендә һөйләшәм!

 

                                                                                              Ауылымдың исеме-Ҡарткиҫәк

Ә мәғәнәһе – оло ырыу, нәҫел, оло зат

Нурлы балҡыш кеүек яҡты ул,

Башҡортостандағы бер киҫәк

  Мин, Ахунов Вилназ, Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһымын.  Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Олатай - өләсәйҙәрем менән туған телемдә иркен һөйләшеүем менән бәхетлемен... Башҡорт булыуым менән бәхетлемен... Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен... Атай - әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар әсә телен онотторманы. Тел бит  милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Туған тел аша беҙ туған халҡымдың мәҙәниәте, йолалары менән танышабыҙ, уның рухын һеңдерәбеҙ. Башҡорт халҡы һүҙ сәнғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Ул беҙҙә изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләй.

Эйе, һәр кеше ауылының, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, ер-һыу атамаларының килеп сығышын белергә тейеш. Беҙҙең мәктәптә ошо йүнәлештә бик күп эштәр башҡарыла. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинселектәр ҙә бар: бай тарихлы тыуған яҡты өйрәнеү музейы, күпте белгән оло быуын кешеләре, бай тәжрибәле уҡытыусылар.

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары, тыуған ауылдың, уның эргәһенән аҡҡан йылға, тирә-яҡтағы тау, урман ни өсөн шулай аталғанлығы тураһында ҡыҙыҡһынып, тыуған ауылдың топонимдарын өйрәнә башланы. Иң беренсе сиратта ауылдағы оло быуын кешеләре менән осрашып, ер-һыу атамаларының исемдәрен һәм уларҙың килеп сығышын аңлатҡан легендаларҙы яҙып алып, ошо йыйған материалды туплап, анализ яһап, төрлө ғилми-тикшеренеү эштәре башҡарҙылар. Ошонан тыш, үҙебеҙҙең ауылдың ерле һөйләшен өйрәнеп “ Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше" тигән темаға һәм беҙҙең яҡтарҙа йырлана торған йырҙарҙы, ауылыбыҙҙа һаҡланып ҡалған һынамыштарҙы, әйтемдәрҙе  йыйып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәндек. “Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, - тигән халыҡ. Мин был һүҙҙәр менән килешәм. Киләсәктә беҙҙең маҡсат нәҫел шәжәрәбеҙҙе ентекле өйрәнеп, шәжәрә ағастарыбыҙҙы төҙөүҙе дауам итеү.

Беҙгә башҡорт теленең  нескәлектәрен өйрәткән, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Улар үҙ бурысына тоғро, рухлы, талапсан, иң мөһиме – үҙ эшенең оҫталары. Дәрестә  яңынан-яңы методик алымдар, хәҙерге заман технологияларын ҡулланып, беҙгә, уҡыусыларына, телебеҙҙең ни тиклем бай, матур икәнен күрһәтә беләләр. Шуның өсөн дә, беҙ төрлө район, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнашып, призлы урындар яулыйбыҙ.

Минеңсә, туған тел юғалмаһын өсөн уны өйрәнергә, белергә һәм рәхәтләнеп һөйләшергә генә кәрәк! Үҙ телендә һөйләшкән кеше – тамырҙарын белгән рухлы кеше. Беҙҙең төп бурысыбыҙ: киләсәктә лә рухыбыҙға тоғро ҡалырға, халҡыбыҙҙың телен, ауыҙ-тел ижадын белергә, уны өйрәнергә һәм киләһе быуын­дарға еткерергә.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: