Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
11 Декабрь 2022, 16:30

Башҡорт ғаиләһендә балалар нисек тәрбиәләнә?

Асҡын районы башҡорттары Кесе ҡоролтайы ағзаһы, Солтанбәк мәктәбе уҡыусыһы Динислам Суфияновтың сығышын сайтыбыҙға инеп уҡый һәм видеояҙманан тыңлай алаһығыҙ.    

Башҡорт ғаиләһендә  балалар нисек тәрбиәләнә?
Башҡорт ғаиләһендә балалар нисек тәрбиәләнә?

Тәрбиә -  йәмғиәт үҫешенең мөһим факторы. Илдең киләсәге йәш быуындың тәрбиәлелегенә, рухи-әхлаҡи үҫешенә бәйле. Кешелектең меңдәрсә йыл йәшәү дәүерендә үҫеп килгән быуынға тәрбиә биреү ике тармаҡҡа бүленгәндер тип уйлайым: ғаилә тәрбиәһе һәм йәмғиәт тәрбиәһе. Ҡайһы берәүҙәр ғаилә тәрбиәһенә өҫтөнлөк бирһә, бәғзеләре тәрбиәне йәмғиәт учреждениеларына тапшырыуҙы хуп күрә. Әммә мин бына үҙебеҙҙең ғаилә тәрбиәһе файҙаһын раҫлайым. Арҙаҡлы шәхесебеҙ М.Кәрим билдәләүенсә, «ғаилә тәрбиәһе – тормош, йәмғиәттең кескәй моделе тормошо».

Был ысынлап та шулай, сөнки бөтә тормош ғаилә нигеҙендә ҡорола. Ғаилә – баланы үҫтереүсе «тупраҡ», «ашлама».

Ғаиләлә кеше тәрбиәләү тураһында ғалим В.Сухомлинскийҙың атай-әсәйҙәргә мөрәжәғәтендә бындай юлдары бар: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәрҙәр бар. Кемдер тимер юлдар төҙөй, икенселәре йорттар һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә, тик иң универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар – ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү» ти . Эйе, һәр ғаилә тормошҡа үҙенсәлекле шәхестәр әҙерләй. Шуға ла минең өсөн ғаилә киләсәктә үрнәк, йәшәү маяғы булып тора – атайым миңә үрнәк, әсәйем минең өсөн изге бер әлиһә.

Милләтебеҙҙең телен, динен хөрмәт итеү, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, өлкән быуын кешеләренең өлгөлө тормошон, һөнәрҙәрен, шөғөлдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен балаларҙың күңеленә һалыу – беҙҙең ғаиләлә иң төп  бурыс булып тора.

 

Милли йөҙҙө билдәләүсе иң беренсе үҙенсәлек, әлбиттә, исем. Кеше кеше менән танышҡан саҡта, исемен, фамилияһын әйтеп таныша. Һәм таныш булмаған кеше исемеңде ишетеү менән, йөҙөңә ҡарай. Һинең ниндәй милләттән икәнеңде белергә теләй. Исемең есемеңә тап килһә, билдәләй алыр, ә инде, тап килмәһә, үҙеңдән һорар. Мәғәнәле исем ҡушыу – тәрбиә эшендә һиҙелерлек ыңғай күренеш.

Икенсе үҙенсәлек- тел. Тел – милли йөҙҙө билдәләүсе генә түгел, уны һаҡлаусы, милләтте милләт итеүсе, рухи байлыҡҡа алтын асҡыс булыусы төп ҡорал. Тимәк, телеңә тоғролыҡ – әсәңә, халҡыңа тоғролоҡ ул.Теле юҡтың – иле юҡ, ти халыҡ. Беҙҙең ғаиләлә лә телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур урын бирелгән: әсәйем бәләкәйҙән шиғырҙар ятлата, ғаилә менән йырҙар өйрәнәбеҙ, башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү, башҡорт көйҙәрен тыңлау халҡымдың милли кейемдәрен күреп үҫеү – ғаилә тәрбиәһе.

 

Бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йырҙарын, милли кейемдәрен, үҙ ырыу-шәжәрәңде, языусылар ижадын һәм халыҡ ауыҙ-тел ижадын өйрәнеп үҫәбеҙ. Юҡҡа ғына халыҡта: “Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала” , тип әйтмәгәндәр. Балалар - киләсәгебеҙ, уларға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, тыуған илдең матурлығын, уға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ хистәре уятыу – ата-әсәнең изге бурысы. Илһөйәрлек төшөнсәһе, тәү сиратта, тыуған илде, кендек ҡаны тамған, тәүге тәпәй баҫҡан тыуған еребеҙҙе һөйөү, үҙ халҡыбыҙҙың телен, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү, хөрмәт итеү.

Тыуған илгә, милләткә, телгә ысын мәғәнәһендә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Халҡыбыҙҙың күркәм йолалары: тауға менеү, таң ҡаршылау, көрәш, өмәләрҙә ҡатнашыу ҙа рухи тәрбиә сығанағы булып тора. Башҡорт халыҡ әкиәттәре, мәҡәлдәре әҙәплелек, тыуған илде яратыу, дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләй. Ошондай сараларҙа ҡатнашып, ауылымдың данын яҡлаған атайым миңә үрнәк, мин дә үҫкәс уның кеүек булырмын.

Күп ғаиләләр оло быуын вәкилдәре менән бергә йәшәй. Рухлы, моңло, аҡыллы, изге күңелле олатай һәм өләсәй ҡарамағында тәрбиәләнгән бала – бәхетле бала. Сөнки ололар тәрбиәһе, аҡыллы һүҙҙәре, кәңәштәре – бөтмәҫ хазина. Кемдәр олатай-өләсәй тәрбиәһенән мәхрүм, улар тормош тәрбиәһенән дә мәхрүм. Бында беҙгә Вәлинур олатайым һәм Рәйсә өләсәйемде әйтеп үтергә мөмкин. Улар тәрбиәһе – беҙгә ысын тормош.

Ғәилә ышаныслы булһын өсөн уның нигеҙе ныҡ булырға тейеш. Баланың сәләмәт булып үҫеүе милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ҡорот, ҡымыҙ, айран, ҡаҙылыҡ, бауырһаҡ кеүек аҙыҡтарҙы бала (бигерәк тә ҡыҙ бала) ашап йә тәмләп ҡарау ғына түгел, нисек әҙерләнгәнен дә белеп үҫһә, аш-һыуҙарыбыҙ ҙа йәшәр.

Бәләкәй саҡта өләсәйҙең тубығына таянып уның серле әкиәттәрен тыңлау, эш араһында ипле нәсихәттәрен отоу, тәмле итеп бешергән ҡоймаҡлы сәй менән һыйланыу алтын-көмөш тауҙар хаҡына ла тормаған хазина ул. Ә минең әсәйем милли ризыҡтарҙы тәмле итеп бешереүсе, уларҙы матур итеп табынға ҡуйып ашатыусы.

Матбуғат, мәғлүмәт сараларының миләтте тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур. Матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр, радио, телевидение тапшырыуҙары араһында милли рухҡа һуғарылғандарын йыш күрәбеҙ. БСТ каналында «Эҙәрмән» («следопыт»),  «Башҡорт йыры», «Хазина» тапшырыуҙарын, «Байыҡ» телевизион конкурсын, һәм башҡа тапшырыуҙы ғаилә менән ҡарап, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған тарихы тураһында әңгәмәлә балалар ҙа ҡатанаша милли рух, милли үҙаң, милли ғорурлыҡ тойғоһо үҫешкән киләсәк быуын вәкилдәре үҫер.

Башҡортостан Республикаһы – беҙҙең тыуған еребеҙ, изге төйәгебеҙ, башҡорт теле – туған телебеҙ, милли тарихыбыҙ – ул ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, мәҙәниәтебеҙ – милләт йөҙө. Ошо ҡануниәтте башҡорт балаһы ғаиләгә тыуғас та тойорға, күрергә, белеп үҫергә тейеш.  

Башҡортлоҡ рухы бөркөлөп торған, балаларында милли рух тәрбиәләгән, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаған, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән илһөйәр һәм тел-һөйәр ғаиләләр беҙҙең Солтанбәк ауылында етәрлек.

Ошондай ғаиләлә бала кесе йәштән үҙенең башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланып үҫә.

 

Йылғалар кескәй генә инештән башланып тулы һыулы даръяға әүерелгән кеүек, ғаилә илһөйәрҙәренән оло Ватан илһөйәрҙәре тәрбиәләнә.

 

Наилә Имаева.

 

Башҡорт ғаиләһендә  балалар нисек тәрбиәләнә?
Башҡорт ғаиләһендә балалар нисек тәрбиәләнә?
Читайте нас: