Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Декабрь 2022, 18:40

Яңы Ҡаҙансынан Ильяс Латыпов Гран-при яуланы!

Рухлы егет ”Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең махсус бүләгенә лә лайыҡ булды!

Яңы Ҡаҙансынан Ильяс Латыпов Гран-при яуланы!
Яңы Ҡаҙансынан Ильяс Латыпов Гран-при яуланы!

Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең XIII Халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабы үтте.

Мәртәбәле бәйгелә Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Ҡашҡа, Солтанбәк, Иҫке һәм Яңы Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға, Ҡарткиҫәк мәктәптәренән 50-нән ашыу уҡыусы зиһен һәм хәтер көсөн һынарға килгәйне.

Йәш сәсәндәр араһында Гран-приға Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ильяс Латыпов (етәксеһе Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова) лайыҡ булды.

Эпостан өҙөктө ул шул тиклем эмоциональ, тасуири, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп инерлек итеп һөйләне. Бер нисә йыл рәттән был бәйгелә ҡатнашып, бай тәжрибә туплап өлгөргән, өҫтәүенә ҡубыҙҙа ла уйнаған егет үҙен сәхнәлә шул тиклем иркен, артистарса оҫта итеп тотоуы һәм таҙа телмәре менән барыһын да һоҡландырҙы.

Аафрин, Ильяс! Уны бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыһы Алһыу Ҡәнифйән ҡыҙына һәм улдарына һәр яҡлап ярҙам иткән, һәр саҡ дәртләндереп торған ата-әсәһенә ҙур рәхмәт!

Әйткәндәй,”Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең махсус бүләгенә лә нәҡ Ильяс Латыпов лайыҡ булды!

Гәзиттең баш мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһы сиктәрендә Ильяс Латыповҡа 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияны бүләк итте.

Шулай итеп, Гран-при яулаусы рухлы егет “Йәнтөйәк”ле лә булды!

Читайте нас: