Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Декабрь 2022, 22:05

Урал батырҙы данлап майҙан тотто йәш сәсәндәр

Эпосты рус телендә һөйләүселәр араһында ла ярыш бик сәмле барҙы.

Урал батырҙы данлап майҙан тотто йәш сәсәндәр
Урал батырҙы данлап майҙан тотто йәш сәсәндәр

«Урал батыр» эпосынан өҙөктө рус телендә барлығы 16 уҡыусы һөйләне, шуға өҫтәп, өҙөктө ҙур оҫталыҡ менән сәхнәләштереүселәр ҙә булды.

Рус телендә һөйләүселәр араһында ла ярыш сәмле, көсөргәнешле барҙы. Һәр бәйгесе етди әҙерләнеп, махсус костюмдар менән килгәйне.

Асҡын 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина етәкселегендәге жюри ағзалары уҡыусыларҙың сығышын баһалағанда телмәр таҙалығына, махсус тегелгән кейем булыуына, сығыш яһау формаһына, уйын ҡоралдарында уйнауына, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоуына иғтибар итеп, барыһын да иҫәпкә алды.

Өлкәндәр төркөмөндә еңеүселәр
(VIII – XI кластар)
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы А класы уҡыусыһы Алһыу Әхмәтдинованың (етәксеһе Айгөл Хәтмуллина) сағыу сығышы был йәш төркөмөндә иң яҡшыһы тип табылды һәм рус телендә һөйләүселәр араһында Гран-приға лайыҡ булды.
II урында – Асҡын 2-се мәктәбенең 9-сы А класы уҡыусыһы Диана Әхмәрова менән 8-се Б класы уҡыусыһы Рүзил Вәлиев (етәкселәре Айгөл Хәтмуллина), III урында –Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусыһы Азалия Әхмәҙийәрова (етәксеһе Елена Ханжина)
Уртансы төркөмдә еңеүселәр
(V – VII кластар)
II урында – Ҡашҡа мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Элиза Нурмиева (етәксеһе Ирина Мәснәүиева), III урында - Асҡын 2-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илнур Әхмәтов.

Кескәйҙәр төркөмөндә еңеүселәр
(I I – IV кластар)
Кескәйҙәр төркөмөндә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Асҡын 2-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Ильяс Мөхәмәтйәнов (етәксеһе Лүбидә Әхмәтдинова) 1-се урын яуланы.

II урында – Асҡын 2-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Эльвина Фәүзетдинова (етәксеһе Лүбидә Әхмәтдинова), III урында – Урмияҙ мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Алина Уйылданова (етәксеһе Н. Төхвәтуллина).

Парлап сығыш яһаусы Асҡын 2-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары Тимерлан Ғәлимйәнов менән Ләлә Шәрәфетдинова ла (етәкселәре Индира Шайморатова) бик матур итеп һөйләп, 1-се урын яуланы.

Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 2-се класс уҡыусылары Гөлнур Фазлыева менән Диана Мөхәмәтйәнова (етәкселәре Ләйсән Фәүзиева) 2-се урын яуланы.

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары “Урал батыр” эпосын иң яҡшы сәхнәләштергән өсөн” номинацияһында еңеүгә иреште.

Еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды.

Афарин, уҡыусылар! Йәш сәсәндәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!

Бөгөнгө сара йәш сәсәндәр күңелендә мәңге онотолмаҫ рухи байрам булып һаҡланһын!

Наилә Имаева.

Читайте нас: