Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Декабрь 2022, 16:35

Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы

Асҡында  «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең XIII Халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабы ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә гөрләп  уҙҙы.

Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы

 

Асҡын 2-се  урта мәктәбендә  бөгөн иртә  менән Урал батыр рухы тантана итте.  Бирегә районыбыҙ мәктәптәренән илһөйәр, телһөйәр, һүҙ ҡәҙерен белгән тырыш уҡыусылар йыйылды.

Сараны алып барыусы уҡыусылар Динар Шаһиев, Вилдан Вәлинуров, Гүзәл Дауытова барыһын да башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә сәләмләп, тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосының халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы, халҡыбыҙ   ғорурлығы булыуын билдәләне.

Йәш сәсәндәрҙе һәм уларҙы бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларҙы  район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова сәләмләне һәм барыһына ла уңышлы сығыш теләне. 

Йәш сәсәндәр  бәйге талаптары буйынса “Урал батыр” эпосын донъя халыҡтары телдәрендә , аныҡлабыраҡ әйтһәк,  биш —  башҡорт, рус, инглиз, француз, ғәрәп телдәрендә һөйләп, барыһын да һоҡландырҙы. Һәр сығыш үҙенсәлекле, сағыу, рухлы булды.

Жюри ағзалары уҡыусыларҙың сығышын баһалағанда телмәр таҙалығына, махсус тегелгән кейем булыуына, сығыш яһау формаһына, уйын ҡоралдарында уйнау оҫталыҡтарына, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоуына иғтибар итеп, барыһын да иҫәпкә алды.

 Еңеүселәр 2-се — 4-се, 5-се — 7-се һәм 8-се — 11-се класс уҡыусылары араһында айырым билдәләнде һәм һәр береһе  район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Был турала тулыраҡ киләһе мәҡәләләрҙә уҡый алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

 

 

 

Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Урал батыр вариҫтары һоҡландырҙы
Читайте нас: