Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Декабрь 2022, 20:30

Асҡындағы сәмле сәсәндәрҙе «Урал батыр» бергә тупланы

Күберәк фотолар сайтта:

Асҡындағы сәмле сәсәндәрҙе «Урал батыр» бергә тупланы
Асҡындағы сәмле сәсәндәрҙе «Урал батыр» бергә тупланы

«Урал батыр» эпосынан өҙөктө башҡорт телендә барлығы 23 уҡыусы һөйләне. Йәш сәсәндәр был һынауҙы бик уңышлы үтте. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина рәйеслегендәге жюри ағзалары алдында сығыш яһап, юғары әҙерлекле булыуҙарын, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Күптәре уҡытыусылары, ата-әсәләре ярҙамында махсус кейем әҙерләп, ҡубыҙҙа ла уйнарға өйрәнгән. Жюри ағзалары уҡыусыларҙың сығышын баһалағанда телмәр таҙалығына, махсус тегелгән кейем булыуына, сығыш яһау формаһына, уйын ҡоралдарында уйнауына, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоуына иғтибар итеп, барыһын да иҫәпкә алды.

Өлкәндәр төркөмөндә еңеүселәр
(VIII – XI кластар)
I урында – Ҡарткиҫәк мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов (етәксеһе Руфина Мостафина), II урында – Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Лилиә Заманова (етәксеһе Альмира Әхмәтова) һәм Ҡашҡа мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Алина Исламғәлиева (етәксеһе Ирина Мәснәүиева), III урында – Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Фидан Ҡазыханов (етәксеһе Альмира Әхмәтова).

Уртансы төркөмдә еңеүселәр
(V – VII кластар)
I урынды Асҡын 2-се мәктәбенән 5 класс уҡыусыһы Гүзәл Ғәлимбәкова (етәксеһе Рәзифә Сәйәхинурова) яуланы. II урында – Солтанбәк мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов (етәксеһе Розалия Факкарова) һәм Асҡын 1-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Нурзидә Таһирова ( етәксеһе Лилиә Ғәлиева), шулай уҡ Ҡашҡа мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Зәүрә Мәснәүиева (етәксеһе Эльза Ибраһимова), III урында - Асҡын 1-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Аделина Шәйхиева (етәксеһе Сулпан Ғилметдинова), Ҡубияҙ мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Анжелла Вәлиева (етәксеһе Резида Ғәлләмова).

Кескәйҙәр төркөмөндә еңеүселәр
(I I – IV кластар)
Кескәйҙәр төркөмөндә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Ҡышлауйылға мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Юлиә Гатина (етәксеһе Резида Хәбибова) 1-се урын яуланы. II урында – Асҡын 1-се мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Әнүәр Мулләхмәтов (етәксеһе Ләйсән Ғәйнелйәнова), Асҡын 2-се мәктәбенең 4-се В класы уҡыусыһы Азалия Шәйхетдинова (етәксеһе Вилена Фәтхетдинова), III урында – Асҡын 1-се мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Әмир Хәсәнов ( етәксеһе Сулпан Ғилметдинова), Ҡашҡа мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Алина Әминева (етәксеһе Алита Шабанова). Был төркөмдә иң йәш ҡатнашыусы Урмияҙ мәктәбенән 2-се класс уҡыусыһы Айзат Әсәҙуллин булды. Ул 4-се урын яуланы.

Еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды.

Афарин, уҡыусылар! Йәш сәсәндәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!

Бөгөнгө сара йәш сәсәндәр күңелендә мәңге онотолмаҫ рухи байрам булып һаҡланһын!

Наилә Имаева.

Читайте нас: