Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
24 Ноябрь 2022, 12:48

Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты

Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театрында Башҡортостан татарҙары конгресының 25 йыллыҡ юбилейына  арналған съезы уҙҙы. Сараға республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан делегаттар йыйылғайны.

Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты
Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты

Ҡариҙел районынан Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаттары Заһит Мөрсиев, Тәнзилә Яҡупова, Гөлсөм Нәбиуллина, шулай уҡ матур шиғырҙары менән танылыу яулай барған Сәлимә Ниғәмәтова, район Мәҙәниәт йорто белгесе Эльвира Ғабдинурова ҡатнашты.

Уның рәсми өлөшө бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Бөтә донъя татар конгресының башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марс Туҡаев, Татарстан Республикаһының Башҡортостандағы вәкиле Йосоп Яҡупов, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина, Мәғариф министрлығы вәкиле Гөлназ Ғәлиева съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Йыйылышта татар телен, мәҙәниәтен һаҡлауға, уны үҫтереүҙә  ҙур өлөш индереүселәр  Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, шулай ук Бөтә донъя татар конгресының  миҙалдары менән  бүләкләнде.  Улар араһында яҙыусы, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Заһит Мөрсиев та бар ине. Ошо көндәрҙә үҙенең тыуған көнөн билдәләгән яҙыусыбыҙ конгрестың миҙалына лайыҡ булды.

 Артабан сәхнәлә "Нур" театры артистары сағыу концерт программаһы  менән балҡыны. Съезд күптәнге йола буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларҙың берҙәм башҡарыуында “Туған тел” йыры менән тамамланды.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты
Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты
Ҡариҙелдәр татар конгресына барып ҡайтты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: