Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
23 Ноябрь 2022, 12:00

Телһөйәр, рухлы гүзәл заттар

“Ханым-солтаным” конкурсында һынау тотто

Телһөйәр, рухлы гүзәл заттар
Телһөйәр, рухлы гүзәл заттар

2022 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Янағош ауылында уҙған “Ханым-солтаным” район конкурсы ла тап ошо йыл сиктәрендә ойошторолдо. Башҡорт-татар ҡатын-ҡыҙҙары араһында уҙғарылған был сара туған телде, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Сәхнәгә уңғанлыҡта, отҡорлоҡта, оҫталыҡта, туған телдәрен, йолаларын белеүҙә көс һынашырға Янағош ауылынан — Гөлшат Йәмилева, Оло Шаҙынан — Нилә Шириязданова һәм Гөлфинә Имаметдинова, Яңы Ҡарастан — Филсинә Шәйхинурова, Уръяҙынан — Әлиә Мортазина, Татарбайҙан Гөлназ Ғәлиәкбәрова сыҡты.
Конкурсты район Мәҙәниәт йортоноң фольклор буйынса методисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүиә Саматова алып барҙы. Сараны асып, Уръяҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәик Заһитов һүҙ алды.
— Был конкурс иң-иңдәрҙе асыҡлай һәм милли йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау эшенә ҙур өлөш индерә. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә иң яуаплы роль уйнаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ йолаларын, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүе һәм уларҙы хөрмәт итеүе, балаларҙа ошо хис-тойғоларҙы тәрбиәләүе бик мөһим, — тине ул.
Конкурс танышыуҙан башланып, һәр бәйгесе үҙе хаҡында һөйләне.
Иң йәш ҡатнашыусы Гөлшат Йәмилева ире менән бергә ҙур хужалыҡ алып бара, ул тәрбиәләй. Гөлшат ауылда төрлө саралар үткәргәндә ҙур ярҙам күрһәтә.
Нилә Шириязданова китапханасы һөнәре буйынса ҙур эш стажына эйә. Ауылда үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүҙә һәм бөтә башланғыстарҙа ла ҡатнаша. Ул — һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй.
Филсинә Шәйхинурова 33 йыл ҡәйнәһе менән йәшәй. Эшһөйәр, әүҙем ҡатын-ҡыҙ, ҡунаҡсыл хужабикәне ғаилә ағзалары ғына түгел, бөтә ауыл халҡы хөрмәт итә.
Гөлфинә Имаметдинова мәҙәниәт йортонда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һәр саҡ яғымлы, шат күңелле ҡатын ауылдаштарына ыңғай хис-тойғолар ғына бүләк итә.
Дүрт бала әсәһе Әлиә Мортазина — ауыл клубы методисы. Үҙ эшенә бар тырышлығын һала, сөнки ауыл йәшәһен өсөн мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге бигерәк тә мөһим.
Гөлназ Ғәлиәкбәрованы ауылда барыһы ла эшһөйәр ҡатын-ҡыҙ булараҡ белә. Ҡунаҡсыл хужабикәнең кулинар шедеврҙары татарбайҙарға яҡшы таныш. Ул үҙен беренсе турҙа уҡ һүҙ оҫтаһы булараҡ та танытты.
Конкурстың «Күңел хазиналары» этабында ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәр күрһәтте. Бында бәйгеселәр татар ҡатын-ҡыҙы ситектәре, сигелгән алъяпҡыс, өләсәй күлдәге, быуындан-быуынға тапшырылған баш кейеме – ҡалпаҡ, милли биҙәкле камзул менән таныштырҙы. Тик күптәр конкурс талаптарын аңлап еткермәгән булып сыҡты, сөнки бәйге шарттары буйынса гүзәл заттарыбыҙ милли элементтар менән заманса кейем әҙерләргә тейеш ине. Тик Гөлназ Ғәлиәкбәрова ғына милли элементтар менән заманса костюм теккән. Уның кейеме тамашасыларҙа һоҡланыу уятты.
“Халыҡ таланттары” этабында бәйгеселәр үҙҙәренең йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Конкурстың “Кулинария һәм милли аш-һыу” этабында ла гүзәл заттарыбыҙ һынатманы. Хужабикәләр булған ингредиенттар менән тиҙ арала тәмле салат эшләп күрһәтте. Икенсе конкурста инде өйҙә бешереп алып килгән милли аҙыҡтарҙы яҡланы.
Сараның алтынсы “Интеллектуаль” этабы яуаплы һәм етди булды. Бәйгеселәр бирелгән өҙөктөң авторын һәм шиғырҙың исемен атарға тейеш ине. Бында ҡатын-ҡыҙҙарҙың татар һәм башҡорт әҙәбиәтен белеү кимәле тикшерелде. Муса Йәлил, Әнғәм Атнабаев, Ғабдулла Туҡай, Һаҙый Таҡташ, Мостай Кәримдең шиғырҙарынан өҙөктәр туған телебеҙҙең матурлығын һәм байлығын тағы ла бер иҫбат итте.
Конкурс программаһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Әлиә Мортазина — «Иң зирәк», Гөлшат Йәмилева – «Иң талантлы», Гөлфинә Имаметдинова «Иң моңло» номинацияһында еңде. Өсөнсө урынды — Филсинә Шәйхинурова, икенсе урынды Нилә Шириязданова алды. Конкурста еңеп, Гөлназ Ғәлиәкбәрова «Ханым-солтаным» исеменә лайыҡ булды.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Телһөйәр, рухлы гүзәл заттар
Телһөйәр, рухлы гүзәл заттар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: