Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
22 Ноябрь 2022, 12:30

Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте

Солтанбәк урта мәктәбендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  район семинары үтте.

Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте
Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте

 

Район мәғариф бүлеге  методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендә  башҡорт теле уҡытыусылары   Солтанбәк урта мәктәбенә сираттағы семинар-кәңәшмәгә йыйылды.

Оҙаҡ йылдар дауамында балаларға туған тел серҙәрен төшөндөрөүсе  тәжрибәле, ижади эшләүсе  уҡытыусы  Розалия Марат ҡыҙы Факкарова  асыҡ дәрес һәм кластан тыш сара үткәрҙе. “Яңы технологиялар ҡулланып илһөйәрлек тәрбиәләү” темаһына арналған  әҙәбиәт дәресендә  Рәлиф Кинйәбаевтың  “Мин ҡайтырмын, әсәй!”   әҫәрен уҡып, уны анализлап, әҫәр йөкмәткеһенең үҙләштерелеүен төрлө алымдар менән тикшерәләр.

“Дәрестә хәл иткән бурыстар бөгөн бик көнүҙәк булып тора, сөнки һәр кеше үҙенең Тыуған ерен, Ватанын һәм яҡындарын һаҡларға, яҡларға бурыслы. Дәрестең йөкмәткеһе белем биреүгә йүнәлтелгән һәм бөтә дәрес һуҙымында уҡыусылар эшлекле рәүештә  белемгә үҙҙәре бара, эҙләнә. Дәрестең дидактик һәм тәрбиәүи  бурыстарына ирешелде — ғүмер юлын мәғәнәле үтергә һәр кем  һуҡмаҡты үҙе һала. Дәрестең  тәрбиәүи әһәмиәте ҙур — Тыуған илде һаҡлау, иң ғәзиз кеше – әсәйеңде ҡәҙерләргә,  уға  ҡарата иғтибарлы булырға өйрәтә. Дәрестең маҡсаты үтәлде, тип уйлайым”, — тине анализ ваҡытында тәжрибәле уҡытыусы Розалия Марат ҡыҙы.

Кластан тыш сара яҡынлашып килеүсе Әсә көнөнә арналып, “Яҡты йорт” тип аталды. Унда  бөгөн ете бала тәрбиәләгән  хөрмәтле әсәләр Фәниә Насртдинова, Ләйсән Суфиянова һәм биш бала үҫтереп, бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйгән әсә Рәзилә Ғиләжева саҡырылғайны.

 Мәрйәм Насртдинова менән Айгиз Ғиләжев алып барған был осрашыу бик йәнле һәм йәмле үтеп, уҡыусыларҙың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп бара. Әсәйҙәр бала тәрбиәләү, үҙҙәренең ғаилә традициялары тураһында  йәнле итеп һөйләй, кәңәштәрен бирә.

Солтанбәк мәктәбендә эшләп килгән “Урал батыр” мәктәбе ағзалары “Урал батыр” эпосынан да тәрбиәүи әһәмиәткә эйә өҙөктәрен һөйләп ишеттерә. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаған,  мәктәптә һәм ауылда, районда үткән сараларҙың да уртаһында ҡайнаған  талантлы  уҡыусы Динислам Суфиянов иһә  шәжәрәһен  яттан һөйләп, барыһын да һоҡландыра.

Урындағы мәктәп директоры, “Атайҙар мәктәбе” етәксеһе Данис Вәлинур улы Суфиянов та  ғаиләлә бала тәрбиәләү, уларҙы үҙ еренең ысын патриоттары итеп үҫтереү  буйынса  фәһемле фекерҙәре менән бүлеште. “Һау-сәләмәт, аҡыллы, илһөйәр, телһөйәр  бала тәрбиәләү өсөн иң тәүҙә ата-әсә үҙе был йәһәттән өлгө булып торорға тейеш. Сөнки бала нәҡ  ғаиләлә ата-әсәһенә ҡарап был төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Бала менән ултырып һөйләшергә, уны тыңларға һәр саҡ ваҡыт табырға кәрәк. Бәләкәйҙән  әкренләп эшкә, кәсепкә өйрәтеү, бергәләп файҙалы ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү ҙә яҡшы һөҙөмтәләргә илтә. Ҡыҙҙарҙың әсәләре менән, малайҙарҙың аталары менән генә һөйләшер темалары ла бар. Бала  ата-әсәһендә  ныҡлы терәк, ышанысты тойоп үҫергә тейеш”, — тип кәңәштәрен дә еткерҙе ете бала тәрбиәләүсе   Данис Вәлинур улы.

 Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәптең яңыртылған музейы һәм китапханаһы эшмәкәрлеге  менән дә таныша.

 Шулай итеп, Солтанбәк мәктәбендә үткән семинарҙа туған тел һағында тороусы уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашып,  үҙҙәрен борсоған һорауҙары  буйынса фекер алышып, киләсәккә пландар ҡороп,  юғары кимәлдәге дәрес һәм кластан тыш сара әҙерләп үткәргәне өсөн Розалия Марат ҡыҙына  һәм  матур итеп ҡаршы алып, ихлас оҙатып ҡалғандары өсөн мәктәп коллективына рәхмәт белдереп, ыңғай тәьҫораттар алып  таралыша.

Наилә Имаева.

Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте
Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте
Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте
Илһөйәрлек рухы, ғаилә ҡиммәттәре тантана итте
Читайте нас: