Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
29 Октябрь 2022, 15:20

Рухи ҡиммәттәр мәңгелек

«Ижади майҙан»да «Рухи-әхлаҡи» майҙансыҡта һүҙ туған тел, йәш быуынды тәрбиәләү тураһында барҙы.  

Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек

Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, тарихыбыҙҙы тергеҙеү, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмау, туған телде үҫтереү, тергеҙеү тураһында «Рухи-әхлаҡи” майҙансыҡта һүҙ алып барҙылар. Бында үҙ туған теленә, киләсәк быуынды тәрбиәләү-үҫтереүгә, ил-еренең хәленә битараф булмаған атай-әсәйҙәр, ата-әсәләр комитеты рәйестәре йыйылғайны. Үҙ эшенең оҫтаһы , нескә күңел борсоуҙарын һиҙеүсе психолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Митен ҡыҙы Байназарова менән уның рәйестәше Руслан Хәйҙәр улы Биккинин был осрашыуҙы ябай һөйләшеү итеп кенә түгел, ә төрлөләндереп, ҡыҙыҡлы алымдар менән үткәрә.

 

- Мин "Рухи-әхлаҡи" майҙансығында ҡатнаштым. Бындағы эште Эльвира Митен ҡыҙы Байназарова менән Руслан Хәйҙәр улы Биккинин алып барҙы.
Баланы тәүҙән үк, тыуғандан башлап, физик һәм рухи яҡтан үҫтерергә, һәм һәр ваҡыт шуның өҫтөндә эшләргә кәрәк, тигән темаға әңгәмә үткәрелде. Тәрбиә өйҙән, һәм, шулай уҡ, телгә һөйөү, ғаиләнән башлана.
Был майҙансыҡта психологик тренингтар үткәрелде. Беҙ, ҡатнашыусылар, төрлө ситуацияла әсәй һәм бала ролендә булып, ике яҡтың да хис-тойғоларын кисереп ҡараныҡ. Һәм ниндәй ауыр ситуация булһа ла, баланың күңелен күрә белергә, аңлап, уртаҡ тел табып, дөрөҫ юл табырға тырышырға кәрәк, тигән һығымта яһаныҡ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә эшләгән Ата-әсәләр комиеты рәйесе, Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Лотфуллина.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелгән “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашҡаны, әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡы тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, уны үҫтереүҙә, мәктәптәрҙә тейешле кимәлдә уҡытыуҙа ата-әсәләрҙең роле ҙур икәне билдәләнде майҙансыҡта.

Наилә Имаева.

Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек
Читайте нас: