Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
25 Август 2022, 19:30

Уҡытыусылар кәңәшләште

Илһөйәр һәм телһөйәр уҡытыусыларға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Уҡытыусылар кәңәшләште
Уҡытыусылар кәңәшләште

25 августа райондың туған телдәр уҡытыусылары сираттағы кәңәшмәгә йыйылды. Район методик берләшмәһе етәксеһе Ғайнанова Илнара Илфар ҡыҙы уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса йәнле доклад менән сығыш яһаны. Илнара Илфар ҡыҙы бигерәк тә уҡытыусыларҙың төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙа юғары ҡаҙаныштарға ирешеүен билдәләне

Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Сафина Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Берҙәм дәүләт имтиханын туған телдәрҙән (башҡорт, татар, мари) тапшырған уҡыусыларҙың һөҙөмтәләренә туҡталып үтте һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәттәрен белдерҙе. Байҡыбаш, Яугилде мәктәптәре уҡыусылары БДИ-ны “5”-кә тапшырып ҡыуандырҙы.

Зөлфинә Ваяс ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән “Минең мәктәбем” проекты менән эҙмә-эҙлекле таныштырҙы.

Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Хазиева Тәфкиә Риф ҡыҙы үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Яңы ФГОС-ҡа күсеү шарттарында ниндәй яңылыҡтар булғаны һәр уҡытыусыға яҡшы таныш. Уҡытыусыларға яңы системала эш программаһын төҙөү әҙерәк ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Байҡыбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы Кәбирова Әсбирә Мәғәруф ҡыҙы конструкторҙа эш программаһын төҙөп ҡараған, һәм бар яңылыҡтар менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы таныштырҙы.

Артабан уҡытыусылар 2022-2023 йылға эш планын раҫланы, һөнәри конкурста ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Илһөйәр һәм телһөйәр уҡытыусыларға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Уҡытыусылар кәңәшләште
Уҡытыусылар кәңәшләште
Читайте нас: