Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
25 Август 2022, 19:05

Туған тел һағында тороусылар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары туған телде һаҡлау һәм үҫтереү,  туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Туған тел һағында тороусылар
Туған тел һағында тороусылар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу – беҙҙең бурысыбыҙ булып тора.

 Асҡын 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышы булды. Бөтәһе 15 уҡытыусы ҡатнашты. Ул “Яңыртылған Федераль белем биреү стандарттарын индереү” темаһына арналды.

Ултырышты район берекмәһе етәксеһе Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина көн тәртибе менән таныштырып, 2021-2022 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап, башлап ебәрҙе.

Уҡытыусылар тарафынан “Яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттары”, “Уҡыу эшмәкәрлегендә эш программалары конструкторын файҙаланып, эш программаларын төҙөү” , “ЯКласс” платформаһы кеүек темалар яҡтыртылды.

Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова  Төп дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, төбәк-ара олимпиадаларға әҙерләнгәндә нисек әҙерләнергә, нимәгә иғтибар итергә һәм нисек итеп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә булыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ уҡытыусыларға үҙенең төплө фекерен, урынлы кәңәштәрен еткерҙе, алда торған эштәр, бурыстар менән таныштырҙы.

Дөйөм алғанда, ултырыш бик эшлекле шарттарҙа барҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Яңы уҡыу йылына эш планы ҡабул ителде, бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды.

Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Туған тел һағында тороусылар
Туған тел һағында тороусылар
Читайте нас: