Мәктәптә “биш”ле һәм “дүрт”ле билдәләренә генә өлгәшеүенән тыш, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, тикшеренеү эштәрендә һәм спорт ярыштарында ҡатнашып, әленән-әле еңеүҙәр яулаусы Юлай Хәйруллин да студент булды. Телһөйәр егет Ҡарткиҫәк урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инде.
— Мин бәләкәйҙән уҡырға яраттым, шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре айырыуса оҡшай ине. Уҡытыусым Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина етәкселегендә бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирештем. Һәр сара — ул үҙе бер тәжрибә. Өҫтәмә мәғлүмәт алып, белем кимәлен арттырып, яңы дуҫтар табып ҡайтаһың. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, документтарымды БДУ-ның Бөрө филиалына илттем. Башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға индем. Киләсәктә туған телебеҙ нескәлектәрен үҙләштереп, башҡорт һәм инглиз телдәрен төплө өйрәнеп, яҡшы тел белгесе булғым килә. Тәржемә өлкәһендә лә эшләп ҡарау теләге бар, — ти Юлай.
Тырыш, сәмле, рухлы райондашыбыҙға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттарға бай күңелле, фәһемле студент йылдары теләйбеҙ. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, Юлай!
Алда әллә күпме фәһемле осрашыуҙар, яңы танышыуҙар булыр, тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләрһең, тип ышанабыҙ! Тырышып уҡып, илебеҙгә, республикабыҙға, районыбыҙға кәрәкле шәхес бул! Киләсәктә ҡайҙа һәм кем булып эшләһәң дә, онотма: башҡорт телен өйрәнеү һәм өйрәтеү, пропагандалау – үҙебеҙҙең ҡулда. Туған телебеҙе йәшәһен, сәскә атһын өсөн тик үҙебеҙ ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ.
Наилә Имаева.