Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!

Уҡыу йылы тамамланһа ла, уҡыусыларҙың йыл эсендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан һөҙөмтәләре килеүен дауам итә. Яңыраҡ район мәғариф бүлегенә телһөйәрҙәребеҙҙең “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара әҙәби-художестволы бәйгеһендә еңеү яулауҙары тураһында мәғлүмәт килде.

Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!


Был мәртәбәле конкурсты Башҡортостан Республикаһының “Мәжит Ғафури – 21 быуат мәҙәни фонды” төбәк-ара ойошмаһы үткәрҙе. Уны Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Яҙыусылар Союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторҙолар. 2021 йылдың 31 декабренә тиклем яҙыусыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләү, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, видеоклиптар төшөрөү, М.Ғафури ижады һәм тормош юлы буйынса фәнни-эҙләнеү эштәре кеүек йүнәлештәрҙә эштәр ҡабул ителде.

Конкурстың йомғаҡтары буйынса унда Башҡортостандың 17 ҡалаһынан, 42 районынан, Рәсәйҙең Санкт-Петербург, Мәскәү, Йылабуға ҡалаларынан, Смоленск өлкәһенән, шулай уҡ Таллин, Париж, Канада һәм Ҡытайҙан барлығы 1600 кеше ҡатнашҡаны билдәле булды. Эштәр рус, башҡорт, татар, инглиз, немец, ҡытай телдәрендә булған. Бына шул киң географиялы конкурста Ҡариҙел уҡыусылары ла юғары ҡаҙаныштарға иреште. Яугилде мәктәбенән Аделина Ғөбәйҙуллина Мәжит Ғафури шиғырын һөйләп, 9-11-се кластар араһында конкурстың 1-се дәрәжәле лауреаты исеменә лайыҡ булды! Ошо уҡ мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Лилиә Муллаярова ла шиғырын уңышлы һөйләгән, Лилиә – 2-се дәрәжә лауреат булды. Ҡыҙҙарҙы бәйгегә башҡорт теле уҡытыусыһы Тәскирә Ғайзулла ҡыҙы Солтаншина әҙерләгән.

Хәлил урта мәктәбе уҡыусыһы Светлана Мөбәрәкова иһә башҡорт телендә “Гөлдәр баҡсаһында” әҫәре менән 3-сө дәрәжә лауретына эйә булды. Уның етәксеһе - башҡорт теле уҡытыусыһы Илнара Илфар ҡыҙы Ғайнанова.
Әйткәндәй, был ҡыҙҙар барыһы ла яҡшы уҡый, барлыҡ конкурстарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашып килә. Светлана Мөбәрәкова, мәҫәлән, ҙур уңыштары өсөн быйыл Рәсәй Геройы В. Алимов премияһы менән бүләкләнде. Телһөйәрҙәребеҙгә һәм уларҙың уҡытыусыларына артабан да юғары уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: